+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
1 Июнь 2018, 02:45

Йөҙимәндәр - "Аманат"ҡа тоғролоҡ өлгөһө

Ғафури районының Йөҙимән мәктәбе “Аманат”ҡа яҙылыуҙа районда күптәргә өлгө булып тора. 2018 йылдың икенсе яртыһында ла унда беҙҙең журналды тотош ауыл менән уҡыясаҡтар.

"Бөтөн синыф менән – "Аманат"ҡа!" акцияһына ярашлы мәктәптең һәр синыфын “Аманат” журналының рәхмәт кәлимәһе биҙәп торасаҡ. Шулай уҡ хөрмәтле педагогтарға - үҙен оҫта ойоштороусы тип танытҡан урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Элита Риф ҡыҙы Ғөбәйҙуллинаға, башҡорт рухлы, эшлекле етәксе, мәктәп директоры Таңсулпан Фәрит ҡыҙы Рәхмәтуллинаға - рәхмәт кәлимәләрен ҡыуанып тапшырабыҙ.

Журнал редакцияһы үткәргән “Тотош мәктәп менән – “Аманат””ҡа!” конкурсы шарттары буйынса “Аманат”лы сәғәт тә – Йөҙимәнгә!

Билдәле артистар - ди-джей “Бейеш” Илнур Асаинов менән йырсы Линар Вәлиев (Белый) - ҡатнашлығында “Аманат” дискотекаһын юғары кимәлдә ойоштороп, журналға яҙылыусы балаларға оло байрам бүләк итеүҙәре өсөн берҙәм, татыу Йөҙимән мәктәбе коллективына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Афарин! Йөҙимәндәр һынатмай!


Читайте нас: