Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арнап шиғриәт конкурсы иғлан иткәйнек. Ул 2019 йылдың октябренә хәтлем бара, ике мәртәбә (быйылғы һәм киләһе көҙҙә) йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Әлеге һанда тиҫтерҙәрегеҙҙең Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, Ғаилә йылына, яҙ миҙгеленә бағышланған ижад емештәре урын алған.
Сәсмә әҫәрҙәр өсөн “Ижад ҡомары” тигән бәйге барлығын беләһегеҙҙер. Унда хикәйәләр, нәҫерҙәр, әкиәттәр һ.б. яҙып ебәрергә мөмкин. Май һанында, әйткәндәй, Айгүзәл Мөхәмәтйәнованың “Еңелмәҫ батырҙар” исемле бик матур әкиәте баҫылған.
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһы һеҙҙе элекке замандарҙа халыҡтың ниндәй хыялдар ҡороп йәшәгәне, нисек белем алғаны, ни рәүешле көн күргәне менән таныштыра. Әлбиттә, бөгөнгө арҙаҡлыларҙың барыһының да бала сағы бер төрлө үтмәгән. Мәҫәлән, әлеге сығарылышта Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Вәлитов иҫ киткес фәҡирлектә йәшәгәндәре, әммә мәрәкәләргә, шуҡлыҡтарға форсат табып тороуҙары хаҡында һөйләй.
Хәҙер мәктәптә лә – тулы мәғәнәле демократия. Баланың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләһе йыш ҡына бер яҡлы үҫеш ала. Уҡыусы менән уҡытыусы араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә керешкән ата-әсәләр, саманан арттырып ебәреп, аҫтыртын эш итеүгә, янауға тиклем барып етә. Һөҙөмтәлә кем күберәк зыян күрә һуң? Әлбиттә, бала. Сөнки артыҡ иркәләтеү, йәлләү, һыртлатыу арҡаһында уның белем кимәле төшә, психикаһы боҙола. Был турала Ынйы Уралованың “Кем ғәйепле?” тигән мәҡәләһендә уҡырһығыҙ.
Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 73 йыл тулыу уңайынан Зөһрә Бәшәрованың “Герой менән осрашыу” тигән хикәйәһе бирелгән. Унда һуғыш балаларының әсе яҙмышы – аслыҡ, етемлек, һағыш, бәләкәйҙән ауыр эшкә егелеү һ.б. – тасуирлана. Төп геройҙың фронттан аҙ ваҡытлы ялға ҡайтып төшкән ҡаһарман офицер Таһир Кусимов менән күрешеүе ваҡиғаһы күңелгә айырыуса тәьҫир итә.
Гүзәлиә Балтабаеваның “Кем булырға, нисек булырға?” тигән яҙмаһы ла иғтибарығыҙҙы тартыр. Унда сығарылыш уҡыусылары алдында дәүләт имтихандары тапшырыу, артабан һөнәр һайлау бурысы тороуы һ.б. бәйән ителә. Автор уҡыу йорттарындағы, хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙе анализлай һәм йәштәргә кәңәштәрен бирә. Әйткәндәй, был һанда ҡайһы бер уҡыу йорттарына студенттар ҡабул итеү шарттары тураһында мәғлүмәт баҫылған.
Рәссам Ләйлә Ғаянова эшләгән “Ваҡыт тотҡондары” комиксы дауам итә. Йософ, Әнүәр һәм Ильяс әлеге сығарылышта француз армияһы менән Рәсәй һалдаттары араһындағы алышҡа шаһит була.
Япониялағы тиҫтерҙәрегеҙ нисек йәшәй икән? Был һорауға яуапты Зөбәржәт Яҡупованың шул илдә тыуып үҫеп, мәктәп һәм университеттар тамамлап, башҡорт мөхитенән йыраҡ тороуына ҡарамаҫтан, беҙҙең телде үҙ аллы өйрәнеп, күптәргә өлгө булған япон егете Юто Һишияма менән әңгәмәһенән алырһығыҙ.
“Аманат” йондоҙлоғо” рубрикаһында иһә Нурия Әхтәмованың башҡорт эстрадаһы күген балҡытыусы “Аҡ йондоҙҙар” төркөмө солистары Хөрмәт Алсынбаев һәм Илүзә Әхмәтханова менән әңгәмәһен уҡырһығыҙ.
“Мәңгелек сер”ҙә нимә барлығы әлегә сер булып ҡалһын. Һабанай һылыуының кем икәнлеген дә өндәшмәй торабыҙ. Шулай ҙа был һандың спорт, хәрби техника, зоология менән ҡыҙыҡһыныусыларға, төрлө мөғжизәләргә битараф булмағандарға бик күп мәғлүмәт килтереүен йәшерә алмайбыҙ.
“Аманат” журналын өйөгөҙгә алдырығыҙ, башҡаларға ла тәҡдим итегеҙ! Йәйге каникул – яҙмаларҙы иркенләп уҡыу өсөн бик яҡшы осор. “Аҙна һайын – бүләк!”, “Яҙыл да бүләк от!” уйындарында ҡатнашып, шулай уҡ ижади конкурстарҙа көсөгөҙҙө һынап, компьютер, планшет, смартфон һымаҡ приздар отоу мөмкинлеген дә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.