+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Июнь 2018, 02:33

Яңы Усмандың яҡты өлгөһө

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы балалары журналыбыҙға тоғролоғон “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына дәррәү ҡушылыуҙары менән иҫбатланы. Яҙылыусыларҙың өлкәндәр араһынан да байтаҡ булыуын иҫәпкә алғанда, киләһе ярты йыллыҡта был төйәктәге 100-гә яҡын ғаиләгә киләсәк баҫмабыҙ.

Яңы Усман халҡы өсөн матбуғат менән дуҫлыҡ – ғәҙәти күренеш. Гәзит-журналһыҙ бер өй ҙә юҡ унда: “Аҡбуҙат”, “Аманат” һәм “Йәншишмә”нән башланған дуҫлыҡ, балалар менән бергә үҫә килеп, “Шоңҡар”, “Йәшлек”, “Башҡортостан” һ.б. баҫмалар кимәленә күтәрелә. Әлбиттә, район гәзите “Таң”ды ла ныҡ яратып уҡыйҙар.
Һис шикһеҙ, йәш быуындың күңелендә матбуғатҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләнеүенә уҡытыусылар ҙа, китапханасылар ҙа, ата-әсәләр ҙә, почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре лә тос өлөш индерә. Шуның өсөн “Аманат”ты алдырыусы һәр ғаиләгә, Илдар Ишморатов етәкселегендәге мәктәп коллективына, почтальон Лилиә Мәжитоваға һәм, ғөмүмән, Яңы Усмандың рухлы, берҙәм, дәртле халҡына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Читайте нас: