1. Скимминг
Иң киң таралған алым. Банкоматтың картридерына мәғлүмәттәрҙе “уҡый” торған ҡорамал (скиммер) менән яһалма клавиатура беркетәләр ҙә бер ниндәй шик-шөбһә тыуҙырмай ғына карта эйәһенең пин-кодын һәм магнитлы һыҙатта яҙылған барлыҡ иҫәп һандарын ҡулға төшөрәләр. Ҡайһы бер бурҙар яҡындараҡ бәләкәй генә видеокамера ла урынлаштыра. Заманға яраҡлашҡан бындай енәйәтселәр араһында, ғәҙәттә, урланған мәғлүмәттәрҙе яңы картаға күсереүсе “йоморо баш”тар була. Артабан уларға һеҙҙең иҫәптәге аҡсаны банкоматтан сығарып алыу бер ни тормай.
Кәңәш: банкоматты файҙаланыр алдынан унда сәйер деталдәр юҡмы, яҡын-тирәлә камералар ҡуйылмағанмы икәнен тикшерегеҙ. Иң ышаныслыһы – банк бүлексәһе, йәки ҙур сауҙа үҙәге бинаһында торған ҡорамалдар.
2. Банкоматты урлап алып китеү, йәки алмаштырыу
“Бәй, банкоматты урлауҙарынан минең картаға ниндәй зыян?” – тип уйлап ҡуйыусылар булыр. Ә бит енәйәтселәр ҡорамал эсендәге аҡсаны ғына түгел, унда ҡасан да булһа тығылған һәр карта тураһындағы мәғлүмәтте лә ала!
Әлбиттә, беҙҙең илдә терминалдарҙы тейәп алып китеү осраҡтары әлегә ныҡ киң таралмаған, шулай ҙа яһалма банкомат урынлаштырыусылар әүҙемләшә икән. Тыштан ҡарағанда, ҡәҙимге бер ҡорамал һымаҡ, әммә эсе буш, ти, уларҙың. Кеше бындай банкоматҡа килеп, картаһын тыға, паролен индерә лә, мониторҙа “операцияны башҡарыу мөмкин түгел” тигәнерәк яҙыуҙы күреп, ары китә. Банктағы иҫәбе буйынса бөтөн мәғлүмәт скиммерҙа теркәлеп ҡала...
Кәңәш: үрҙә атап үтелгән ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөгөҙ.
3. Түләү терминалдарына “һөжүм”
Уғрылар кеше күп йөрөгән урындарҙа ҡуйылған POS-терминалдар ярҙамында ла йөҙҙәрсә, меңдәрсә картаның эйәләрен һемәйтә. Шәхси мәғлүмәттәр, ғәҙәттә, енәйәтселәр тарафынан махсус эшләнгән программа, йәки әлеге лә баяғы скиммер аша уҡыла.
Кәңәш: үрҙә атап үтелгән ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөгөҙ, картағыҙҙы теләһә ҡайҙа тығып бармағыҙ.
4. “Кәкре бармаҡлы” официанттар
Ресторанда, йәки кафела кеше, ҡағиҙә булараҡ, хеҙмәтләндереү хаҡын түләү өсөн банк картаһын официанттарға тоттора. Уларҙың, кухняға ингәс, барлыҡ мәғлүмәттәрҙе – карта-ның һандарын, ғәмәлдә булыу ваҡытын, эйәһенең исем-шәрифен, CVV-кодты – яҙып йәки фотоға төшөрөп алыуы ихтимал. Аҙаҡтан был “табыш”ты, үҙҙәре файҙаланмаған осраҡта, махсус биржаға һаталар.
Кәңәш: банк картаһын башҡаларға бирмәгеҙ, официанттан да түләүҙең күҙ алдында башҡарылыуын талап итегеҙ. Ҡайһы берәүҙәр алдан уҡ CVV-кодты юйып ташларға кәрәк тип һанай, сөнки интернет-магазиндарҙың күбеһе уны һорамай. Картаны эйәһенең исем-шәрифен яҙмайынса эшләп сығарырға тәҡдим иткән банктар ҙа бар. Тик шуны белеп ҡуйығыҙ: Интернет аша әйбер һатып алғанда “карта эйәһенең исеме” тигән графала нимә тип яҙһаң да (!) ярай, был иһә мутлашыусыларға һәләк уңайлы.
5. Таныш булмаған ҡушымталар
Смартфондарығыҙға, компьютерҙарығыҙға ят программаларҙы ҡуймағыҙ. Улар араһында һеҙҙең телефонығыҙ, аккаунттарығыҙ, банктағы иҫәптәрегеҙ, ҡайҙа йөрөгәнегеҙ, нимә һөйләгәнегеҙ тураһында мәғлүмәт йыйыусыһы ла булыуы мөмкин. Аҡсағыҙҙы урлауҙан тыш, елкәгеҙгә ҙур ғына кредит элеп ҡуйыуҙары ла ихтимал.
Кәңәш: таныш булмаған компаниялар тәҡдим иткән ҡушымталарҙы ҡулланыусыларҙың баһаһын ентекле өйрәнмәйенсә алырға ашыҡмағыҙ.
6. Асыҡ Wi-Fi селтәрҙәре
Енәйәтселәргә башҡа кешенең смартфонына Wi-Fi селтәре ярҙамында инеп китеүе бик еңел. Был осраҡта улар ClientLogin протоколын файҙалана. Асыҡ селтәргә автоматик рәүештә тоташырға теләгән телефон аппаратының сигналдарын эләктереп алғас, “хәтер”ҙә һаҡланған барлыҡ мәғлүмәткә юл асалар.
Кәңәш: сауҙа үҙәгендә, кафела, урам буйында һ.б. урындарҙа Wi-Fi файҙаланмаҫҡа тырышығыҙ. Йәмәғәт селтәре аша айырыуса Интернет-банк хеҙмәтен ҡулланмағыҙ.
7. Шикле SMS-тар
Ҡайһы берҙә 5-6 йыл буйы аралашмаған таныштарҙан “Сәләм! Һиндә Һаҡлыҡ банкы картаһы бармы?” тигәнерәк йөкмәткеле хәбәрҙәр килә. Һуңғы осорҙа, әйткәндәй, башҡортса иҫәнлек-һаулыҡ һораша белгән енәйәтселәр ҙә осраштыра. “Минең иҫәпкә шунса аҡса һал әле” йәки “Картаңды фотоға төшөрөп, WhatsApp аша ебәр әле” тиһәләр һәм был сәйер тойолһа, шарттарын үтәмәгеҙ.
Кәңәш: мөрәжәғәт иткән кеше менән телефон, йәки социаль селтәрҙәр аша бәйләнешкә инеп, барыһын да асыҡлағыҙ.
8. NFC
Мобиль телефондар өсөн ҡулланыу тулыһынса рөхсәт ителгән Banking card reader NFC һымаҡ ҡушымталар бар. Улар ярҙамында бер нисә сантиметр алыҫлыҡтан карталарҙағы мәғлүмәтте “уҡып” була. Уғры, мәҫәлән, халыҡ тығыҙ урынға килә лә, смартфонындағы әлеге NFC элемтәһен эшкә ҡушып, бүтәндәрҙең кеҫәһен, янсығын “ҡапшай” башлай. CVV-кодтан башҡа бөтөн нәмәне белә ала ул. Аҙаҡ ошо мәғлүмәт менән интернет-магазиндағы тауарҙар өсөн һеҙҙең аҡсаны түләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй сайттарының күбеһе иҫәпләшкәндә CVV-кодты һорамай.
Кәңәш: кеше күп йыйылған ерҙәргә буш ҡул менән барыу, йәки банк карталары һаҡланған янсыҡты түш кеҫәлә тотоу хәйерлерәк.
9. Ялған сайттар
Бында банктарҙың, башҡа финанс ойошмаларының, элемтә операторҙарының һәм түләү системаларының сайттарына “игеҙәк” эшләүселәр тураһында һүҙ бара. Миҫал өсөн: һеҙҙең электрон адресығыҙға, йәки телефонығыҙға “Бик күп аҡса оттоғоҙ! Алып өлгөрөгөҙ!” тигән хәбәр килә, ентеклерәк мәғлүмәтте уҡыу өсөн ниндәйҙер һылтанма буйынса банктың сайтына инергә тәҡдим ителә, унда иһә картағыҙҙың һандарын, исем-шәрифегеҙҙе һ.б. һорайҙар.
Кәңәш: һылтанмаға баҫырға ашыҡмағыҙ. Ғәҙәттә, ундай хаттарҙы ебәреүселәр клиенттарға исеме, атаһының исеме һәм фамилияһы менән мөрәжәғәт итмәй; яҙмала бер ниндәй ҙә аныҡлыҡ булмай – шуға иғтибар йүнәлтегеҙ. Әгәр һылтанма буйынса сайтҡа индегеҙ икән, уның яҙылышын тикшерегеҙ (sberbannk.ru йәки vttb24.ru булыуы бар).
10. Вишинг
Енәйәтселәрҙең, телефонға шылтыратып, банк картаһына ҡағылышлы һорауҙар менән маҙаһыҙлауы шулай тип атала. “Авито”ға ҡуйған тауарығыҙҙы һатып алам, аҡсаны алдан күсереү өсөн картағыҙҙың һандарын белер кәрәк”, – тиеүҙәре мөмкин. Артабан ни булырын аңлайһығыҙ инде...
Кәңәш: ят кешеләрҙең ыңғайына бармағыҙ.
Һуңғы осорҙа башҡаларҙың кеҫәһендәге банк карталарынан аҡсаны махсус терминал ярҙамында урлаусылар ишәйә башланы. Уларҙың эргәгә килеүе була – бер нисә йөҙ һумың юҡҡа сыға. Баҡһаң, магазиндарҙағы заманса түләү системалары файҙаланыла икән: карта терминалға яҡынайһа, унан 1000 һумға тиклем аҡса бер ниндәй паролһеҙ-ниһеҙ күсерелә лә ҡуя.
Ҡыҫҡаһы, һаҡ булығыҙ, уяу булығыҙ, белемле булығыҙ!