+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Июнь 2018, 17:00

Журналдың июнь һанында ниҙәр баҫылған?

“Аманат” журналының июнь айындағы һанын күрмәгәнһегеҙҙер, ҡулығыҙға алмағанһығыҙҙыр әле. Әлбиттә, шулай: ул бөгөн генә типографиянан сыҡты бит! Моғайын, барығыҙҙың да баҫманың был юлы ниндәй яҙмалар менән ҡыуандырасағын белгеһе киләлер.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған шиғриәт конкурсына ижад эштәре ҡабул итәбеҙ. Ярыш, белеүегеҙсә, 2019 йылдың октябренә хәтлем бара, ике мәртәбә (быйылғы һәм киләһе көҙҙә) йомғаҡ яһаласаҡ һәм еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Әлеге һанда Ғафуриҙа, Миәкәлә, Бөрйәндә йәшәүсе тиҫтерҙәрегеҙҙең шиғырҙары урын алған. Дуҫтар, әйҙәгеҙ, тағы ла әүҙемерәк ҡатнашығыҙ конкурста!
Сәсмә әҫәрҙәр өсөн “Ижад ҡомары” тигән бәйге барлығын да онотмағыҙ. Унда хикәйәләр, нәҫерҙәр, әкиәттәр һ.б. яҙып ебәрергә мөмкин. Был һанда, әйткәндәй, Көйөргәҙе һәм Бөрйән райондары балаларының бик матур әкиәттәре баҫылған.
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһы һеҙҙе элекке замандарҙа халыҡтың ниндәй хыялдар ҡороп йәшәгәне, нисек белем алғаны, ни рәүешле көн күргәне менән таныштыра. Әлеге сығарылышта хәбәрсе Нурия Әхтәмованың ошо юҫыҡтағы һорауҙарына күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағирә, яҙыусы Гүзәл Ситдиҡова яуап бирә.
Зөбәржәт Яҡупованың “Балалар юғалмаһын!” тигән яҙмаһы ла иғтибарығыҙҙы тартыр. Унда һуңғы йылдарҙа бәләкәстәрҙең күпләп юғалыуы сәбәптәре һәм уларҙы эҙләү буйынса эшмәкәрлектең һөҙөмтәләре тураһында ошо йүнәлештә изге ғәмәлдәр ҡылыусы йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Павел Нестеров бәйән итә.
Рәссам Ләйлә Ғаянова эшләгән “Ваҡыт тотҡондары” комиксының дауамына килгәндә, Йософ, Әнүәр һәм Ильяс әлеге сығарылышта француз армияһы менән Рәсәй һалдаттары араһындағы алышта ҡатнаша, хатта махсус йөкләмә үтәргә фарман ала.
“Беҙҙең журнал тышында” рубрикаһында иһә Зөбәржәт Яҡупованың Рәсәй эстрадаһы күгенә күтәрелеп килгән һәләтле йәш йырсы, Салауат районының Янғантау ҡасабаһында тыуып үҫкән алсаҡ, дәртле башҡорт ҡыҙы Наҙгөл Отузова менән әңгәмәһен уҡырһығыҙ. Рәсәй сәхнәләрен шаулатҡан яҡташыбыҙ “Голос. Дети”, “Балалар Евровидениеһы” проекттарында нисек ҡатнашҡаны, ниндәй хыялдар менән йәшәгәне, шәхси тормошо тураһында һөйләй.
“Мәңгелек сер”ҙә Марат исемле егет үҙенең аяныслы хәле хаҡында яҙа. Ул еңел холоҡло бер ҡыҙ менән бәйләнеп киткән дә хәҙер ни эшләргә белмәй, сөнки тиҙҙән атай булыуы ихтимал. “Мин бит ул ҡыҙҙы яратмайым, ауырға ҡалыуы яңылышлыҡтан килеп сыҡты! – ти егет. – Атайым менән әсәйемә хәлде нисек аңлатырмын? Улар бит күтәрә алмаясаҡ!” Редакция, Маратҡа артабан нимә эшләргә икәнен төшөндөрөп, кәңәш бирә.
Зөбәржәт Яҡупованың “Исемем яман! Алмаштырам!” тигән яҙмаһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыр, моғайын. Унда ҡолаҡҡа ятышһыҙ йәки мәғәнәһеҙ исемде алмаштырыу өсөн ҡасан һәм ҡайҙа мөрәжәғәт итергә кәрәклеге ентекле аңлатыла.
Даян Мәжитовтың “Егетлек мәктәбе”ндә ни өсөн йөҙөргә өйрәнеү мөһим булыуы әйтелгән. Шул уҡ авторҙың “Банк карталарынан аҡсаны урлайҙар” тигән яҙмаһы иһә бурҙарҙың ҡорбанына әйләнеү ихтималлығынан иҫкәртә.
Дуҫтар! Әгәр “Аманат”ҡа киләһе ярты йыллыҡ өсөн яҙылып өлгөрмәгәнһегеҙ икән, һис тә бошонмағыҙ: июлдең 20-һенә хәтлем почта бүлексәһенә барып, квитанция тултырып, аҡса түләһәгеҙ, баҫма һеҙгә августан килә башлар.
“Аманат” журналын өйөгөҙгә алдырығыҙ, башҡаларға ла тәҡдим итегеҙ! Йәйге каникул – яҙмаларҙы иркенләп уҡыу, үҙегеҙгә лә ҡәләм тибрәтеү өсөн бик яҡшы осор. “Ай, һылыу!”, “Оҙонсәс”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Күҙ менән ҡаш араһы”, “Мин донъяны һүрәтләйем” кеүек конкурстарҙа ҡатнашып, шулай уҡ үрҙә һанап үтелгән ижади ярыштарҙа көсөгөҙҙө һынап, иҫтәлекле әйберҙәр отоп алыу мөмкинлеген һис кенә лә күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Файҙалы ял теләйбеҙ барығыҙға ла!

Читайте нас: