+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Август 2018, 19:32

"Аманат"тың июль һаны нимәләр менән ҡыуандырыр?

“Аманат” журналының июль һаны ниндәй яҙмалар менән ҡыуандыра икән? Әйҙәгеҙ, ҡыҫҡаса таныша торайыҡ.

Журналды асыу менән сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәрен күрәбеҙ. Бәхет кемдәргә йылмайҙымы? Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан Миләүшә Ғайсинаға, Белорет ҡалаһынан Лиана Мәжитоваға - планшет, Асҡын районының Билгеш ауылынан Юлай Тимофеевҡа, Бөрйән районының Мәндәғол ауылынан Динислам Вәхитовҡа, Мәләүез районының Нөгөш ауылынан Рамаҙан Ғәббәсовҡа “Аманат”тың фирма сәғәттәре тапшырыласаҡ. Ихлас ҡотлайбыҙ һеҙҙе, дуҫтар!

Бөрйән районының Яңы Усман ауылы балалары журналыбыҙға тоғролоғон “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акцияһына дәррәү ҡушылыуҙары менән раҫланы. Киләһе ярты йыллыҡта унда 100-гә яҡын ғаилә журналды алдырасаҡ! Яңы Усмандарҙан өлгө алып, башҡаларҙы ла “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!” акцияларына ҡушылырға саҡырабыҙ.

“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы - арҙаҡлы ил инәһе Мәрйәм Бураҡаева. “Башҡорт тарихы”нда билдәле тарихсы Азат Юлан Башҡорт дәүләтселегенең тәүге символы булған элекке флагыбыҙ тураһында бәйән итә. Танылған шағир, прозаик Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Карманнай” тигән хикәйәһе лә уҡыусылар күңеленә хуш килер, тип уйлайбыҙ. Билдәле шағирә, прозаик Гөлнур Яҡупованың ижады шиғриәт һөйөүселәрҙә һоҡланыу уятыр, тигән өмөттәбеҙ.

“Йәйләү” йәндәрҙе йәмләне”. Шулай тип исемләнгән мәҡәләне хәбәрсебеҙ Нурия Әхтәмова яҙған. Рәссам Ләйлә Ғаянованың “Ваҡыт тотҡондары” комиксының дауамы ла бирелгән был һанда. “Аманат” йондоҙлоғо”нда был юлы – “Бирешмә” вокал төркөмө. Бер йыл эсендә ҙур уңышҡа ирешкән йәш төркөм менән Нурия Әхтәмова таныштыра.

“Малайҙарға ғына түгел, нығынып килеүсе һәр йәш организмға физик һәм рухи һынауҙар кәрәк. Беҙ шулай сынығабыҙ, көс йыябыҙ”, - тип башлана Даян Мәжитовтың “Адреналиндың да самаһы бар” тигән мәҡәләһе.

Бәләкәй саҡтан уҡ аҡса эшләргә өйрәнеп үҫеүсе йүнсел ҡыҙҙар һәм малайҙар хаҡында журналда йыш баҫыла. “Тырышҡан – табыр” рубрикаһында был юлы ике мәҡәлә бирелгән. Беренсеһе – йәш эшҡыуар Мөхәммәт Рәхмәтуллин – менән баш мөхәррир Сәлмән Ярмуллин әңгәмәләшһә, икенсеһе – сәй яһау оҫтаһы Сәйетғәле Кинйәбулатов – тураһында Даян Мәжитов һөйләй.

“...Шифа – аяғыбыҙ аҫтында. Тыуған тәбиғәтебеҙ биргән байлыҡты ваҡытында йыйып ҡалайыҡ”, – тип, хәбәрсебеҙ Зөбәржәт Яҡупова дарыу үләндәренең файҙаһы хаҡында “Тәбиғәттән энергия алып” тигән яҙмаһында бәйән итә. Шулай уҡ “Ай, һылыу!”, “Исемең матур! Кем ҡушҡан?”, “Тәбиғәткә – асыҡ тәҙрә”, “Спорт”, “Хат-хәбәр, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Мөғжизәле донъя” һ.б. рубрикаларҙа яҡшы яҙмалар урын алған.

Читайте нас: