+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Август 2018, 20:48

“Аманат”тың август һанында нимәләр бар?

“Аманат” журналының август һаны нимәләр менән ҡыуандыра икән? Булмаһа, таныша торайыҡ. Журналды асыу менән подписка буйынса мәғлүмәт һәм яңы уҡыу йылы айҡанлы мәғариф өлкәһенә ҡағылышлы яңылыҡтарҙы күрәбеҙ.

“Тиҫтерҙәрең ижады” рубрикаһында “Башҡортостан беҙҙән башлана” тигән шиғриәт һәм “Ижад ҡомары” исемле сәсмә әҫәрҙәр бәйгеләрендә ҡатнашыусылар майҙан тота. “Йәйге ял” рубрикаһында Борай районының Борай ауылынан Дилбәр Шаһиәхмәтованың “Күңелдә мәңге ҡалыр “Артек” ҡояшы!” тигән яҙмаһы урын алған. Гүзәлиә Байназарованың химия лагеры тураһындағы “Каникулда ла уҡыйҙар!” тип исемләнгән мәҡәләһе лә ҡыҙыҡлы тойолор. “Башҡорт тарихы”нда тарихсы Азат Юлан төрки һәм монгол тибындағы башҡорт тирмәләре хаҡында бәйән итә.

“...Их, Гөлсибәр... Терегөмөштәй теремек, йондоҙҙай яҡты күҙле, ҡояшлы көндәй алсаҡ ҡыҙыҡай тамам һушын алды бит һигеҙенсе синыфта уҡып йөрөгән Нурғәленең”, – тип башлана билдәле яҙыусы Лира Яҡшыбаеваның “Мөхәббәт көсө” тигән хикәйәһе.
“Ҡайҙа уҡыу иң ҡыйбаты?” тигән мәҡәләне хәбәрсебеҙ Нурия Әхтәмова әҙерләгән. “Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында был юлы – әҙәби тәнҡитсе, ғалим Зәки Әлибаев. “Оҫтахана” рубрикаһында баш мөхәррир урынбаҫары Даян Мәжитов малайҙарға йәйә йәки ян эшләргә өйрәтә. “Беҙҙең журнал тышында” – Салауат районының Малаяҙ ауылынан Алина Шәйәхмәтова. Уның менән һеҙҙе хәбәрсебеҙ Зарина Бағышаева таныштыра. Рәссам Ләйлә Ғаянованың “Ваҡыт тотҡондары” исемле комиксының аҙағы ла бирелгән был һанда. Әйткәндәй, комикстарҙы беҙ киләсәктә лә биреп барасаҡбыҙ.

“...Юҡ! Яратыу түгел, оҡшатмай ҙа бит ҡала егете уны, Мәликәне. Шулай булғас, ни эшләп ул, үҙен әрәм-шәрәм итеп, үбешергә тейеш?” Был юлдар даими авторыбыҙ Баныу Ҡаһарманованың “Үҙегеҙҙе әрәм-шәрәм итмәгеҙ!” мәҡәләһенән.

“Сәләмәт бул!” рубрикаһында хәбәрсебеҙ Зөбәржәт Яҡупова аппендицит, уның билдәләре тураһында һөйләй. Шулай уҡ “Хат-хәбәр”, “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр”, “Тәбиғәткә – асыҡ тәҙрә”, “Мөғжизәле донъя” һ.б. рубрикалар күңелегеҙгә хуш килер, тигән уйҙабыҙ.

Читайте нас: