-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
31 Август 2018, 13:53

Ҡайҙа уҡыу иң ҡыйбаты икән?..

“Улым түләүле уҡыуға инде. БДУ-ның Хоҡуҡ институтына. Бала саҡтан шунда ғына барам тигәс, теләгенә ҡаршы килмәнек. Һөнәр һайлау кеше тормошонда ғүмерлек йәр һайлау кеүек үк мөһим урын биләй. Йәне теләгән – йылан ите ашаған, тигәндәй, оҡшағас, барһын әйҙә. 120 мең һум түләп, килешеү төҙөнөк”, – тине күптәнге танышым.

Ысынлап та, үҙ ваҡытында юғары белем алыу мөһимерәкме, әллә ғаилә бюджетын һаҡлап ҡалырғамы – уныһы, бер нигә ҡарамай, балаһын түләп уҡытырға хәл иткән ата-әсәнең шәхси эше.
Әйҙәгеҙ, республиканың төп юғары уҡыу йорттарының түләүле бүлектәрендә беренсе курстарға бакалавриаттың көндөҙгө бүлегендә уҡыу күпмегә төшкәнен ҡарап үтәйек. 2017 йылда йыллыҡ уҡыуҙың минималь хаҡы 80 мең һум булһа, быйыл 100 меңгә еткән. Шулай итеп, үҫеш – 25%. Ҡайһы бер һөнәрҙәргә хаҡтар яҡынса 15% артҡан. Ниндәй һөнәрҙәр быйыл иң арзаны һәм иң ҡиммәте һуң?
Өфө дәүләт авиация техник университетында математика менән бәйле һөнәрҙәр буйынса белем алыу өсөн йылына 100 мең һум аҡса түләргә кәрәк. Информатика, электроника һәм машиналар төҙөү өлкәләренә белгестәр әҙерләү йүнәлештәренә 112 мең һум тәшкил итте. Иң ҡыйбаты – авиация двигателдәре факультеты һөнәрҙәренә – 162 мең һум. Идара итеү өлкәһе һөнәрҙәренә 100 мең һум ине.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүәлт педагогия университеты факультеттарында белем алыу хаҡы 101 мең һумдан башлана. Мәҫәлән, “Педагогик белем биреү” йүнәлешенә тап ошо сумма талап ителде. Иң ҡиммәт йүнәлештәр – “Дизайн” менән “Физик культура” – 162 мең һум. 2017 йылда БДПУ-ла “минималка” 80 мең тәшкил иткән.
З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты Башҡортостандағы иң ҡыйбатлы уҡыу йорто һанала. “Музыка фәне һәм музыка-ҡулланма сәнғәте”, “Хореография сәнғәте”, “Театр фәне”, “Эстраданың музыка сәнғәте, “Дирижерлыҡ итеү” һәм башҡа йүнәлештәр буйынса уҡыу – 179 мең һум.
Башҡорт дәүләт медицина университеты. Бында уҡыу ҙа иң ҡиммәтлеләрҙең береһе. Хаҡтар 125 мең һумдан башланып китә. Иң ҡиммәт хаҡ “Стоматология” йүнәлешенә – 171 мең һум. Иң арзаны фармацевт менән микробиологҡа уҡыу – 125 мең һум. Сит илдән килгәндәргә иһә йыллыҡ уҡыу 250 мең һумға төшә.
Башҡорт дәүләт университетында уҡыуҙың хаҡы 98 меңдән 159 мең һумға тиклем. Иң ҡыйбаты – “Культурология” менән “Наноматериалдар”. Күпселек һөнәрҙәр буйынса белем алыу – 110 мең һум. Былтыр йыллыҡ уҡыуҙың иң түбән хаҡы 80 мең һум тәшкил иткән.
Өфө дәүләт нефть техник университетында 100 меңдән дә кәм хаҡҡа уҡып булған йүнәлеште табыу мөмкин түгел. Иң арзан хаҡҡа үҙләштерелгән һөнәрҙәр – “Иҡтисад хәүефһеҙлеге”, “Туризм”, “Ҡунаҡхана эше” һәм башҡалар. Иң ҡиммәтлеһе – “Архитектура”. Унда белем алыу өсөн 155 мең һум түләргә кәрәк. Иҡтисад һәм сервис институтын ҡушҡандан һуң барлыҡҡа килгән һөнәрҙәр араһынан үҙләштереүгә иң ҡыйбаты – “Дизайн” һәм “Туҡыу һәм кейем сәнғәте” (164-әр мең һум).



Дуҫтар! Күреүебеҙсә, был хаҡтарҙы күреп, сәстәр үрә тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыл һайын хаҡтар артып ҡына ҡалмай, ә бюджет урындарына уҡырға инеү өсөн дә йылдан йыл конкуренция арта, юғарыраҡ балл талап ителә.

“Диплом алып та бөгөн эшһеҙ йөрөгәндәр быуа быуырлыҡ. Белемдең бәҫе ҡалманы. Мин уҡымайынса ла яҡшы йәшәйем” тигән һүҙҙәрҙе йәшәү девизы итеп ала күрмәгеҙ. Заманалар нисек кенә ауыр булмаһын, белем һәр саҡ юғары баһаланған. Бөйөк Аҡмуллабыҙ ҙа бит юҡҡа ғына: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк! Арабыҙҙа наҙандар күп. Уҡыу һирәк...” тип яҙып ҡалдырмаған. Шуға ла, түләп уҡып, ата-әсәгеҙҙе бурысҡа батырмаҫ өсөн бәләкәй синыфтарҙан тырышып уҡырға, төплө белем алырға тырышығыҙ.
Читайте нас: