+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Сентябрь 2018, 19:32

“Сулпан” балалар театрына – 25 йыл

Сибай концерт-театр берекмәһенең “Сулпан” балалар театры – милли мәҙәниәтебеҙҙең һоҡланғыс бер нағышы ул. Халыҡ театры булараҡ ойошоп, артабан бер аҙ “Легендалар һәм риүәйәттәр студияһы” рәүешендә эшләп, дәүләт театрына әүерелеп, сәхнәләрҙең генә түгел, күңелдәребеҙҙең дә түрен яулаған ижади коллектив әлеге көндәрҙә лә уңыш артынан уңышҡа өлгәшеп килә.

Тарихҡа күҙ һалһаҡ, тәүҙә студия менән Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Хәниф Сафин етәкселек итә. Уның әүҙем ярҙамында “Таһир менән Зөһрә”, “Өҙөлгән туй”, “Гөлбәҙәр” кеүек билдәле спектаклдәр ҙур уңыш менән ҡуйыла. Режиссер Әлмира Ҡыуатова килеү менән репертуар тағы ла байый, гастролдәр даирәһе киңәйә. Талантлы етәкселәр менән бергә тәүге актерҙар ҙа һөнәри яҡтан үҫешә: йырсы Мәхмүт Бикҡолов, актёрҙар Альбина Таһирова, Фирғәт Ғатауллин, Арыҫлан Ғафаров, Фиуза Сафина, Вәлләм Мусин тиҙ арала тамашасылар һөйөүенә лайыҡ була.
1993 йылда студия “Сулпан” Сибай ҡала балалар театрына әйләнә һәм айырым бинала урынлаша. Тағы өс йылдан иһә дәүләт театры тип таныла. 1999 йылда ойошма Фәрит Сөләймәнов етәкселегендә эшләй башлай. Ул актерҙарҙың профессиональ үҫешенә ҙур иғтибар бирә, бинаны яңыртыуға өлгәшә, Өфө дәүләт сәнғәт академияһында махсус курс әҙерләтә.
Республика театрҙары фестивалендә тәүге тапҡыр ҡатнашҡанда уҡ “Сулпан” үҙенең “Сал Урал – мөғжизәләр иле” спектакле менән юғары баһа алыуға өлгәшә. 2001 йылда иһә коллектив “Ҡолонсаҡ” балалар театрҙары фестивалендә өс номинация буйынса еңеү яулай. Тамашасылар хөкөмөнә унда Илмар Әлмөхәмәтовтың “Йөрәк сере” пьесаһын йәш режиссер Борис Мәхмүтов сығара. Театрҙа Рәсимә Ураҡсинаның “Йоморо-йоморо йомғағым”, “Бүре башы ун ике” пьесалары буйынса әҙерләнгән спектаклдәр ҙә ҙур уңыш менән бара.
2004 йылдан, театрға етәксе булып Вәкил Йосопов килгәс, “Сулпан”да спектаклдәр башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡуйыла башлай. Зөһрә Фәйзуллинаның “Уңышлы Айсыуаҡ” пьесаһы (режиссеры – М. Күлбаев) менән “Театр яҙы-2008” фестивалендә яҡшы баһаларға эйә булалар. Артабан театрға Фәтих Хөснөтдинов, Гөлнара Вәлитова етәкселек итте. 2013 йылда “Сулпан” театры Сибай концерт-театр берекмәһенә ҡушыла.
Республикабыҙҙағы берҙән-бер балалар театрын Башҡортостан райондарында һәм ҡалаларында ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә күптән үҙ күреп, яратып ҡаршы алалар. Йәш быуын өсөн махсус ижад ителгән сәхнә әҫәрҙәрен кескәйҙәр хөкөмөнә нәҡ уларса фекерләп, донъяны балаларса тойоп һәм баһалап, уңышлы художество алымдары аша сығара был коллектив.
Сағыштырмаса ҡыҫҡа ваҡыт эсендә байтаҡ төбәктәрҙе урап сыҡҡан “Шүрәле – йән киҫәгем!” (Туфан Миңнуллин пьесаһы) спектаклен генә алып ҡарайыҡ. Был әҫәр хилафлыҡтар менән тулы әлеге заманда йәш тамашасыларыбыҙҙы яңылыш аҙымдарҙан, аяуһыҙ яҙмыш ҡорбаны булыуҙан аралауға йүнәлтелгән. Әминә Яхинаның “Синьор Светофор” исемле пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Юлда кем хужа?” спектакле иһә кескәйҙәрҙе юл йөрөү ҡағиҙәләренә өйрәтә, уларҙы белмәүҙең йәки тупаҫ боҙоуҙың нимәләргә килтереүе ихтималлығын иҫкәртә. Һуңғы йылдарҙа башҡорт халыҡ әкиәте нигеҙендә сәхнәләштерелгән “Етем төлкө”, Туфан Миңнуллиндың “Аҡбай һәм Һарыҡ малайы” исемле пьесаһы буйынса әҙерләнгән “Ауыл эте Аҡбай” спектаклдәре лә уңыш ҡаҙанды.
Театр коллективы быйыл тамашасыларға шулай уҡ Мостай Кәрим повесына таянып эшлән-гән “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” спектаклен (режиссеры – Булат Хәйбуллин) тәҡдим итте һәм, яңы сәхнә әҫәре лә балалар күңеленә хуш килер, тигән ышаныста.
Ғөмүмән, “Сулпан”дың репертуары еңел-елпе сәхнә әҫәрҙәренән төҙөлмәй. Театрҙың баш режиссеры, Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Барый улы Йосопов әйтеүенсә, пьеса һайлағанда иң элек әҫәрҙең идеяһына, йөкмәткеһенә, тәрбиәүи әһәмиәтенә, балалар өсөн аңлайышлы булыуына иғтибар итәләр. Спектаклдәргә балаларҙың ғына түгел, өлкәндәрҙең дә ҙур теләк менән йөрөүе коллективтың эшенә иң ҙур баһалыр, моғайын.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айбулат Минеғәле улы Ҡотошов етәкселегендәге Сибай концерт-театр берекмәһе ҡалала уҙғарылған сараларҙа, Башҡортостан һәм Рәсәй күләмендәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша, еңеүҙәр яулай. Уның бер өлөшөнә әйләнгән “Сулпан” театры ла үҙенең эшмәкәрлек дәүерендә халыҡ-ара фестивалдәр лауреаты булыуға өлгәште. Был уңыштарҙа БР-ҙың атҡаҙанған артисы Фиуза Сафина, Гөлназ Исламғолова, Фәһим Сөнәғәтов, Рәмзиә Сөнәғәтова, Альбина Байназарова, Зәлиә Ғәлиәх-мәтова, Борис Мәхмүтов, Юлдаш Юлдыбаев, Ҡәҙриә Ҡотләмбәтова, Илнур Сәфәров, Рәсимә Хәйбуллина, Азалия Ғәлиәхмәтова һ.б. кеүек талантлы сәнғәт оҫталарының хеҙмәте ҙур.
Быйыл “Сулпан” балалар театры йәш көстәр менән тулыланған, йәғни театрға Сибай сәнғәт колледжының театр бүлеген тамамлаған егеттәр һәм ҡыҙҙар эшкә килгән. Уларҙың ең һыҙғанып, йәшлек дәрте менән эшкә тотоноуы киләсәккә ҙур өмөттәр уята. Сәхнәлә тәүге һынауҙы уңышлы үттеләр ҙә инде күптәре.

Читайте нас: