Журналды асыу менән “Яҙыл да бүләк от!” уйынында еңеүселәрҙе күрәбеҙ. Шуларҙың береһе Белорет ҡалаһының Яныбай Хамматов исемендәге Башҡорт гимназияһынан планшет отҡан Лиана Мәжитова булһа, икенсеһе – Ҡырмыҫҡалы районының Малай мәктәбенән велосипедҡа эйә булған Ильяс Ғәйфуллин.
Дуҫтар! Матбуғат баҫмаларына, шул иҫәптән “Аманат”ҡа 2019 йылға яҙылыу һәм сираттағы “Яҙыл да бүләк от!” уйыны башланды! Ҡиммәтле бүләктәр – велосипед, планшет, смартфон һәм “Аманат”тың стена сәғәттәре – һеҙҙе көтә! Шулай уҡ “Бөтөн синыф менән – “Аманат”ҡа!”, “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” конкурстары ла старт алды.