+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
22 Октябрь 2018, 18:07

Араларҙы яҡынайта... бүләктәр

Белеүегеҙсә, “Аманат”тың дуҫтары, редакция үткәргән күп уйын һәм конкурстарҙа ҡатнашып, бүләк отоу мөмкинлегенә эйә.

Журналыбыҙға 2018 йылдың икенсе яртыһына яҙылғандар араһында ойошторолған “Яҙыл да бүләк от!” уйыны еңеүселәренә инселәнгән бүләктәрҙе тапшырыуҙы дауам итәбеҙ.
Бөрйән районының Мәндәғол ауылында йәшәүсе, Иҫке Собханғол мәктәбенең 3-сө синыфында белем алыусы Динислам Вәхитовҡа (1-се һүрәттә) бүләген – “Аманат”тың фирма сәғәтен – өйөнә үк илтеп бирҙек. Бик егәрле малай икән ул – баҡсала картуф ҡаҙышып йөрөй ине. Ялға туҡтап, беҙҙең менән аралашҡанда: “Был журнал беҙҙең өйгә “Пионер” тип аталған сағынан уҡ килә, бер йыл да “Аманат”һыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Элек апайым да һеҙҙең редакциянан бүләк отҡайны”, – тине.
Мәләүез районының Нөгөш ауылынан Рамаҙан Ғәббәсов (2-се һүрәттә) иһә бүләген Өфөгә килеп, редакциябыҙға инеп алды. Шундай алсаҡ икән үҙе, итәғәтле, етди һөйләште. Киләсәктә лә журналға яҙыласаҡмын, дуҫтарыма ла “Аманат”ты уҡырға кәңәш итәсәкмен, тине.
Бөрйән районының әлеге көндә журналыбыҙҙың иң әүҙем, иң күп дуҫтары йәшәгән данлы Яңы Усман ауылы мәктәбе лә (3-сө һүрәттә), “Бөтөн мәктәп менән – “Аманат”ҡа!” акцияһы сиктәрендә бөтөн уҡыусылары менән 2018 йылдың икенсе яртыһына “Аманат”ҡа дәррәү яҙылып, “Аманат”тың стена сәғәтенә лайыҡ булғайны. Белем усағына барып, бүләк менән бергә баҫмабыҙға дәррәү яҙылған һәр синыфҡа, шулай уҡ уларҙың етәкселәренә, китапхана һәм почта бүлексәһе хеҙмәткәрҙәренә Маҡтау билдәләре, Рәхмәт кәлимәләре тапшырҙыҡ.
Яңы Усман мәктәбенең етәксеһенә, уҡытыусыларына һәм уҡыусыларына ҙууур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Башҡаларҙы иһә уларҙан өлгө алырға саҡырабыҙ.


“Аманат”ҡа яҙылығыҙ, дуҫтар!
Беҙҙең конкурстарҙа ҡатнашығыҙ! Бүләктәр отоғоҙ!
Читайте нас: