+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
7 Ноябрь 2018, 12:06

Һәләтле балаларға - Башҡортостан Башлығы премиялары

Олимпиадалар еңеүселәрен, уларҙың уҡытыусыларын дәртләндереү тураһында Указ сыҡты.

Башҡортостанда халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиада еңеүселәрен, призерҙарын, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларҙы матди яҡтан дәртләндереү тураһында Указ ҡабул ителде. Уға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы.

Документҡа ярашлы, 2018 йылдан “уҡыусыларҙың интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара олимпиадаһы (конкурсы) еңеүселәренә һәм призерҙарына, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға Башҡортостан Республикаһы Башлығының йыллыҡ премиялары булдырыла”.

Олимпиада еңеүселәре һәм уларҙы әҙерләгән педагогтар өсөн премия күләме һәр береһенә 60 мең һум тәшкил итә. Призерҙарға һәм уларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 30 мең һум тапшырыла.

Олимпиадалар мәғариф өлкәһендәге федераль башҡарма власть органдары бойороҡтары менән раҫланған олимпиадалар исемлектәренә инергә тейеш.

“Бер нисә олимпиада еңеүселәренә һәм (йәки) призерҙарына премия һәр ҡаҙаныш өсөн айырым түләнә”, тип билдәләнә Указда.
Читайте нас: