+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Ноябрь 2018, 04:02

Өфөлә - Бабичҡа һәйкәл

Баш ҡалабыҙҙа күренекле башҡорт шағирына бюст ҡуясаҡтар

Өфөлә күренекле башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабичҡа бюст ҡуйыласаҡ. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы һәйкәлдең проектына конкурс иғлан итте.


Күҙалланыуынса, Бабичтың һыны баш ҡалабыҙҙың Киров урамында, "Башҡортостан" дәүләт концерт залы янында торасаҡ.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризалар, проекттар һәм уларға аңлатмалар, график материалдар, смета-финанс иҫәпләүҙәре авторҙар тарафынан Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзына 2019 йылдың 28 ғинуарына саҡлы тапшырылырға тейеш. Адресы: Октябрь проспекты, 148-се йорт. Телефоны: 8 (347) 284-42-47.
Тулыраҡ мәғлүмәтте Башҡортостан Республикаһының Рәссамдар союзы сайтында ҡарай алаһығыҙ.
Читайте нас: