+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Ноябрь 2018, 03:19

Хәҙер әсәйҙәрегеҙ иҙән йыумаҫ инде...

Өфө ҡалаһынан Әмир Ибраһимов йыйыштырыусы робот уйлап сығарған

Өфө ҡалаһынан Әмир Ибраһимов йыйыштырыусы робот уйлап сығарған һәм инжиниринг һәм робототехника буйынса Мәскәүҙә үткән “RoboLiga World – 2018” Халыҡ-ара чемпионатында ижад категорияһында еңеүсе тип табылған.


Әмир “Глобус” балалар ижады үҙәгендә шөғөлләнә. Ул урамда һәм өйҙә файҙаланып булырлыҡ күп функциялы DustBot роботын тәҡдим иткән. Унда ҡояшлы панелдәр ҡуйылған, шулар иҫәбенә яҡтылыҡ лампалары эшләй. Тимәк, электр энергияһы ла сарыф ителмәй. Шулай уҡ роботта ультрафиолет лампалары ла урынлаштырылған: улар йәмәғәт биналарын зарарһыҙландырыу өсөн тәғәйенләнгән.
Читайте нас: