+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
8 Ноябрь 2018, 04:25

Ҡыш бабайҙан бүләк һорамағыҙ...

Республикала балалар өсөн “Ҡыш бабайға хат” проекты тормошҡа ашырыла башланы

Йылдағыса, республикала балалар өсөн “Ҡыш бабайға хат” проекты тормошҡа ашырыла башланы. Унда 3-тән 15 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала.
Шарттарға ярашлы, хат яҙыусылар “Ҡыш бабай”ға 2018 йылда ниндәй яҡшы ғәмәлдәр ҡылыуҙары тураһында бәйән итергә, шулай уҡ ойоштороусыларҙың махсус йөкләмәләрен үтәргә тейеш. Бүләк һорап яҙылған хаттар ҡабул ителмәй.
Башҡарылған эштәр тураһындағы хаттарҙы 2018 йылдың 23 ноябренә хәтлем “450098, Өфө ҡалаһы, «Деду Морозу» абонент йәшниге” тип яҙылған конверт менән почта аша йәки [email protected] электрон адресына ебәрергә кәрәк.
“Ҡыш бабайға хат” проекты хәҙер инде 16-сы мәртәбә үткәрелә һәм Башҡортостандағы Ғаилә йылына, Рәсәйҙәге Ирекмән йылына бағышлана.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән “Ҡаланы үҫтереү йәмәғәт фонды” ойошмаһының сайтында танышырға мөмкин.

Читайте нас: