Мәктәп ашханаларын аутсорсингка күсереү республикабыҙҙың барлыҡ райондарында ла уңышлы килеп сыҡмаған. Мониторинг күрһәтеүенсә, балаларҙың туҡланыу рационына бигүк сифатлы булмаған аҙыҡ-түлек эләгеүе осраҡтары бар. Ҡайһы бер ата-әсәләр әйтеүенсә, балаларға тәҡдим ителгән аҙыҡтың сифаты төшкән, хаҡы артҡан, ассортименты ярлыланған. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙағы эш кәңәшмәһендә ошо мәсьәләләне тикшерҙеләр.
- Аутсорсингка күскәндә ҡаҙна аҡсаһын һаҡсыл тотоноу хаҡында һүҙ барманы. Иң мөһиме хеҙмәтләндереү сифатын арттырыу һәм системаны яйға һалыу ине, - тине Дәүләт Йыйылышының бюджет комитеты рәйесе Рида Собханҡолова. Уның һүҙҙәренсә, мәктәп туҡланыуы баҙары 6 миллиард һәм тәшкил итә, уларҙың яртыһы – ата-әсәләрҙең аҡсаһы, ҡалған 3 миллиард һумы – бюджет сығымдары. Республика дауаханаларындағы туҡланыу баҙары тағы өс миллиард һум тәшкил итә.
Аутсорсинг мәсьәләләре был өлкәлә конкуренцияның булмауы арҡаһында ла ҡатмарлаша. Ауыл ерендә берҙән-бер тәьминәтсе үҙенең шарттарын көсләп таға. Дәүләт Йыйылышының мәғариф буйынса комитеты рәйесе Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, ауыл мәктәптәрендә белем биреү объекттарын һаҡлауҙың, йыйыштырыуҙың насарайыуы асыҡланған.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гүзәл Аҫылованың һүҙҙәренсә, республикалағы 3000 белем биреү учреждениеһының 174-е генә уҡыусыларға килтерелгән аҙыҡтың сифатын тикшертеү өсөн "Һынау үҙәге" дәүләт ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт иткән. Күбеһе бер тапҡыр тикшерткән дә шуның менән тынысланған. Республиканың Мәғариф министрлығы был мәсьәләне етди контролгә алырға тейеш, тип иҫәпләй Гүзәл Аҫылова.
("Башинформ" фотоһы).