“Мәсетле хәбәрҙәре” гәзите яҙыуынса, ошо арала бер нисә оло кеше редакцияға килеп, үҙҙәренсә аңлатма биргән. “Хәл бик аяныслы. Ҡот осҡос ваҡиға тураһында ишеткәс, район хакимиәте башлығы мәктәпкә килеп, уҡытыусыларҙы туҙҙырҙы ғына!” – тип һөйләгәндәр журналистарға. Уҡыусыларҙың ата-әсәләренә ышанһаң, башланғыс синыфтарға белем биреүсе уҡытыусыларҙың береһе йыш ҡына мәктәптә һалмыш булып йөрөй икән.
Әммә уҡыу йорто етәкселеге күп кенә һүҙҙәрҙең ялған булыуын раҫлай. Директор вазифаһын башҡарыусы әйтеүенсә, спиртлы эсемлек ҡулланыу осрағы теркәлгән, әммә етенсе синыф балалары араһында. Атап әйткәндә, мәктәп һаҡсыһы иҫерек үҫмерҙе тотоп алған да уҡытыусыларға тапшырған. Малай менән тиҙ арала әңгәмә үткәргәндәр, икенсе көнөнә мәктәп психологы уның ата-әсәһенә лә улдарының ҡылығын аңлатҡан, хәлдәрен һораштырған, кәңәштәр биргән.
Район башлығының мәктәпкә килеп китеүе бөтөнләй башҡа сәбәп менән булған икән. Иҫереп йөрөүсе уҡытыусы тураһында хәбәр ҙә уйлап сығарылған, ти директор вазифаһын башҡарыусы.
“Башинформ”ға Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән дә аңлатма биргәндәр. Ысынлап та һаҡсының иҫерек малайҙы тотоуы осрағы теркәлгән, ти. Мәсьәләне яйға һалыуға бәлиғ булмағандар эштәре буйынса инспекторҙар йәлеп ителгән. Малайҙың ата-әсәһенә ҡарата административ протокол төҙөлгән.
Икенсе сығанаҡтарҙан алынған хәбәргә ярашлы, киң мәғлүмәт сараларындағы шау-шыу яңы директорҙы вазифаһына ҡуйҙыртмау өсөн ҡайһы бер уҡытыусылар һәм ата-әсәләр тарафынан юрый ҡуйыртыла. Йәнәһе, яман хәбәрҙәр ташҡа баҫылып сыҡҡас, уның исеме тапланасаҡ.
Баҡһаң, район хакимиәте башлығы уҡыу йортона тап шул мәсьәлә буйынса, йәғни педагогтар коллективы менән директор вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының мөнәсәбәттәрен көйләү маҡсатында килеп йөрөгән булған...
(Фото Интернет селтәренән алынды).