Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәренең көн торошона бәйле күҙаллауы Башҡортостан халҡын әллә ни ҡыуандырмаҫ, моғайын.
Бөгөн, 11 ноябрҙә, ҡар яумаһа ла, күк йөҙөндә болоттар ҡуйыра башлаясаҡ, тип фаразлайҙар. Төндә иһә республиканың көньяҡ район һәм ҡалаларында әҙерәк ҡар һибәләп алыуы мөмкин. Хәйер, Белорет-Бөрйән (әгәр тағы берәй районды атарға онотһаҡ, ғәфү итегеҙ) яҡтарында урман-ҡырҙар күптән инде аҡ төҫкә мансылған.
Төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан секундына 5-10 метр тиҙлектә ел иҫәсәк. Һауа температураһы Башҡортостан буйынса уртаса – 13, – 18 градус булһа, ҡайһы бер урындарҙа минус 25-кә хәтлем һыуытыуы ла ихтимал. Әйткәндәй, бөгөн иртәнсәк Бөрйәндә минус 21 градус, тиҙәр ине.
Көндөҙ бер аҙ йылы буласаҡ, әммә, урынына ҡарап, термометрҙың минус 18° тип күрһәтеүе лә бар.
Юлдарҙа һаҡ йөрөргә кәңәш ителә, сөнки һалҡынлыҡ арҡаһында, ғәҙәттә, асфальтта боҙлауыҡ барлыҡҡа килә, машина быялалары туңа, һауа ҡайсаҡ төтөн һымаҡ ҡуйыра. Айырыуса М-5, М-7, Р-240 трассаларында хәүеф ҙур.