+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Ноябрь 2018, 16:04

Балалар баҡсаһында янғын сыҡҡан

Янғын һүндереүселәр, полиция һәм һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре килеп еткәнсе, балалар баҡсаһының янғын бригадалары сабыйҙарҙы...

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Өфөнөң Блюхер урамындағы 66-сы балалар баҡсаһында янғын сыҡҡан. Сәбәбе – бинаның подвалында урынлаштырылған кер йыуыу машиналарының янып китеүе.

Ваҡиға тураһында белдереп, ашығыс хеҙмәттәргә телефондан 12 сәғәт 55 минутта шылтыратҡандар. Утҡа ҡаршы көрәшергә 24 янғын һүндереүсе, 7 махсус автомашина йәлеп ителгән, шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре, медицина белгестәре, газ буйынса яуаплы кешеләр саҡыртылған. Нисәлер минут эсендә ялҡын баҫтырылған, тағы ла аҙмы-күпме ваҡыттан һис бер хәүеф ҡалмаған.

Ярҙам килеп еткәнсе балалар баҡсаһының янғын бригадалары сабыйҙарҙы бинанан үҙ аллы сығарып бөткән һәм 120 метр ғына алыҫлыҡтағы 99-сы мәктәптең ашханаһына индереп торған булған. Йәмғеһе 48 бала һәм 13 оло кеше эвакуацияланған.

Ҡәҙерле дуҫтар! Ә һеҙҙең мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре теүәл үтәләме? Янғын сыҡҡан хәлдә ни эшләргә беләһегеҙме?

Шуны белегеҙ: ут бер нәмәне лә аямай! Һаҡ булығыҙ!

Ошо телефон һандарын хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ:

Янғын хеҙмәте – 01,

Полиция – 02,

Ашығыс медицина ярҙамы – 03,

Газ хеҙмәте – 04,

Кеҫә телефоны аша ярҙам саҡыртыу өсөн дөйөм һан – 112.
Читайте нас: