Тағы ике йылдан Дыуан районында ике яңы мәктәп барлыҡҡа киләсәк. Береһе – райондағы иң ҙур ауылдарҙың береһе Таҫтүбәлә. Унда үткән быуаттың 70-се йылдары башында төҙөлгән мәктәптә әле 150-ләп бала белем ала.