-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Ноябрь 2018, 17:54

Сит илдәрҙә белем алам тиһәң...

Донъяның төрлө илдәренән 52 мәктәп һәм колледж вәкилдәре Өфөгә килеп, сит илдә белем алыу мөмкинлеге тураһында һөйләйәсәк

Донъяның төрлө илдәренән 52 мәктәп һәм колледж сит илдә урта белем алыу мөмкинлеге тураһында һөйләү маҡсатында Өфөгә йыйыла. Hilton Garden Inn отелендә сит илдә урта белем алыу һәм тел программалары күргәҙмәһе эшләйәсәк. Унда уҡыусыларҙың ата-әсәләре һәм барлыҡ ҡыҙыҡһыныусылар ҙа саҡырыла.

Өфөләргә шәхси һөйләшеү барышында үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған бөтә һорауҙарға ла яуап алырға мөмкин. Мәҫәлән, төрлө илдәрҙә урта белем нисегерәк тормошҡа ашырыла, уҡыу хаҡының күпме тороуы, мәктәп-пансиондар ниндәй йәшәү шарттары тәҡдим итә, йәйге тел өйрәнеү курстарын нисек һайларға һәм башҡа нәмәләр хаҡында тулы мәғлүмәт алырға була.

Күргәҙмәлә Европа, Бөйөк Британия, АҠШ һәм Канада илдәренән рейтингы юғары булған уҡыу йорттары ҡатнаша. Нимә ҡыҙығыраҡ булыуын аңларға сит ил эксперттары ярҙам итәсәк.

Сараға инеү һәм консультациялар алыу бушлай, ни бары алдан теркәлергә генә кәрәк.


Күргәҙмә 15 ноябрҙә Hilton Garden Inn отелендә (Өфө ҡалаһы, Аксаков урамы, 4-се йорт) көндөҙгө 3-тән киске 8-гәсә эшләй.

Читайте нас в