Үткән аҙнала Ҡариҙел районында булған юл-транспорт фажиғәһе алты кешенең, шул иҫәптән ике бала тәрбиәләгән ҡатындың ғүмерен өҙгәйне. Бөгөн республика Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров ошо хаҡта мәғлүмәт бирҙе.