Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Ноябрь 2018, 12:05

Ун йәшлек ҡыҙҙың оло батырлығы

Аделина Әмирйәнова, өйҙәре янып китерен һиҙгәс, һис тә юғалып ҡалмаған...

“Ҡаһарманлыҡ йондоҙлоғо” Бөтә Рәсәй фестиваленең Өфөлә үткән төбәк этабында һеңлеләрен янғындан ҡотҡарған 10 йәшлек ҡыҙҙы тәбрикләнеләр.

Бишбүләк районында йәшәүсе Аделина Әмирйәнова, фажиғә булыуы ихтималлығын белеп ҡалғас, ут һүндереүселәргә телефондан үҙе шылтыратҡан да электр сымдарының төҙөк булмауы, хәүеф янауы тураһында хәбәр иткән. Шунан, күп уйлап тормай, ике бәләкәс һеңлеһен өйҙән алып сыҡҡан. Ул арала янғын хеҙмәте белгестәре килеп етеп, һыуытҡыс артында электр сымдарының осҡон сәсеп тороуын күргән һәм ғаиләнең ысынлап та һәләкәткә юлыға яҙыуын билдәләгән. Әлбиттә, ут сығыуына юл ҡуйылмаған.

Батырлығы өсөн Аделинаны фестивалдең дипломы менән бүләкләнеләр. Уның менән бергә бүтән йәш ҡаһармандар ҙа баһа алды.
Читайте нас: