Ҡәҙерле балалар! Атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙҙең рухи һәм физик яҡтан һау-сәләмәт бала булып үҫеүегеҙҙе теләй. Насар ғәҙәттәрҙән араларға, яҡшы тәрбиә бирергә тырыша улар.
Яман компаниялар йоғонтоһона эләгеүҙән һаҡланығыҙ, сөнки законды боҙоу улар өсөн бер ни тормай. Уйламай, яңылыштан, уларға юлығып, етди енәйәттәр ҡылып ҡуймағыҙ. Агрессия, көнсөллөк, рәхимһеҙлек кеүек насар күренештәрҙән дә ары тороуың иң хәйерлеһе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормошта барыһы ла һин теләгәнсә генә килеп сыҡмай. Ҡылған яман эштәреңдең ауыр язаһын үҙ иңең менән күтәрергә тура килә. Закон барыһы өсөн дә бер тигеҙ һәм ул бик ҡаты.
Башҡортостан Юғары Суды судьяһы Марина Юрьевна Хомечко менән әңгәмәбеҙҙе үҫмерҙәр өсөн енәйәт яуаплылығы тураһында алып барабыҙ.
– Марина Юрьевна, иң тәүҙә шуны асыҡлап үтәйек: эшләгән енәйәттәре өсөн үҫмер нисә йәштән закон алдында яуаплы? Енәйәтсе бәлиғ булмаған тип нисә йәштән һанала?
– Енәйәт ҡылған мәлдә ун дүрт йәше тулып, ун һигеҙе тулмаған үҫмер балиғ булмаған һанала. Дөйөм ҡағиҙә булараҡ, законды боҙған үҫмерҙе ун алты йәштән яуаплылыҡҡа тарттыралар. Шулай ҙа үтә ауыр енәйәт эшләгән үҫмергә закон алдында ун дүрт йәштән яуап тоторға тура киләсәк (кеше үлтереү, һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү, кеше урлау, көсләү, енси мөнәсәбәткә мәжбүр итеү, урлашыу, талау, юл баҫыу, законһыҙ рәүештә автомобиль йәки башҡа төр транспортты (урлау маҡсатынан тыш) ҡулланыу, террор тураһында ялған хәбәр таратыу, хулиганлыҡ ҡылыу). Шулай итеп, урлашыу, кеше талау, автомобилде йөрөп килеү өсөн генә алып ҡасыу – былар барыһы ла ун дүрт йәше тулған балаларҙың шуҡлығы тип кенә ҡаралмай, уларҙы яуапҡа тарттырасаҡтар. Әлбиттә, һәр бер енәйәткә, үҙенсәлегенә һәм хәүеф кимәленә, ғәйепләнеүсенең кемлегенә ҡарап, ғәҙел яза бирелә.
– Енәйәт эшләгән үҫмерҙе тәрбиәләүҙең мәжбүри саралары ҡаралғанмы?
– Енәйәт кодексына ярашлы енәйәт ҡылған үҫмерҙе мәжбүри тәрбиә сараларына йәлеп итеү, йәки ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһына урынлаштырыу ҡаралған.
– Әгәр ҙә ике яҡ та килешһә, енәйәт эше туҡтатыламы?
– Әгәр ҙә үҫмергә енәйәт эше ҡуҙғатылып, ул ғүмерендә беренсегә яуыз ниәт менән законды боҙған булһа, ул енәйәткә иң юғары яза булараҡ иректән мәхрүм итеү биш йылдан да артмаһа, йәки һаҡһыҙлыҡ арҡаһында эшләнгән енәйәт булғанда, әгәр ике яҡ та ярашһа – енәйәт эше туҡтатыла. Шул уҡ ваҡытта ярашыу хәлен мотлаҡ иҫбатлап, ғәйепләнеүсе үҫмер зыян килтереүсегә ғәйебен йомшартып, кәмендә ғәфү үтенергә тейеш. Зыян күреүсе ғәфү итһен өсөн, ул үҙаллы йәки ата-әсәһе ярҙамында зыянды ҡапларға тейеш (урланғанды ҡайтарып бирергә, ватылған әйберҙе йүнәтергә йәки аҡсалата ҡапларға).
– Әгәр ҙә үҫмер, ҙур булмаған, йәки уртаса ауырлыҡта енәйәт эшләп, хөкөм ителгән булһа, суд тарафынан язанан азат ителә һәм уға тәрбиәүи йоғонтоноң мәжбүри сараһы күрелә – ул ябыҡ типтағы махсус уҡытыу-тәрбиә учреждениеһына урынлаштырыла. Был тәрбиәнең махсус шарттарына мохтажлыҡ кисергән, педагогик ҡараш талап ителгән үҫмергә тәртибен төҙәтеү маҡсатынан мәжбүри сара булып ҡулланыла. Бындай учреждениела булыу үҫмергә ун һигеҙ йәш тулғанға тиклем, әммә өс йылдан да артмаҫҡа тейеш.
– Шул уҡ ваҡытта үҫмер ауыр енәйәт эшләһә (сәләмәтлеккә ауыр зыян килтереү, кеше урлау, талау, юл баҫып талау, ҡурҡытып талау, наркотик, психотроп һәм шуға оҡшаш матдәләрҙе етештереү, һатыу, һалып ебәреү) язанан азат ителмәй.
– Үҫмергә енәйәт язаһы биреүҙең төрҙәрен һанап үтһәгеҙ ине.
– Үҫмергә түбәндәге енәйәт язаларының тәғәйенләнеүе мөмкин:
а) штраф – Енәйәт кодексында ҡаралған аҡсалата яза;
б) билдәле бер эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүҙән мәхрүм итеү – хоҡуҡ боҙоусыға бер йылдан биш йылға тиклем билдәләнә;
в) мотлаҡ эш – төп эшенән йәки уҡыуынан тыш бушлай йәмғиәткә файҙалы хеҙмәт үтәү;
г) холоҡ төҙәтеү – эше ике айҙан ике йылға тиклем билдәләнә, эш хаҡы дәүләт файҙаһына тотоп ҡалына;
д) иркен сикләү енәйәтсене йәмғиәттән айырмай, тик махсус органдар тарафынан күҙәтеү алып барыла;
е) билдәле бер ваҡытҡа иркенән мәхрүм итеү енәйәтсене йәмғиәттән айыра. Ике айҙан егерме биш йылғаса тәрбиә, дауалау-холоҡ төҙәтеү һәм дөйөм, ҡаты, махсус холоҡ төҙәтеү колонияһына, йәки төрмәгә ебәрелә.
– Бәлиғ булмағандарға яза биреүҙең үҙенсәлектәре бармы?
– Яза тәғәйенләүҙең һәр төрөнөң – үҙ үҙенсәлеге. Мәҫәлән, штрафтың да кәм күләме бер мең һумдан аҙ булмаҫҡа, йәки эш хаҡы күләмендә, мотлаҡ эш 40 сәғәттән 160 сәғәткә тиклем булырға тейеш. Иркен сикләү – муниципаль берәмектән ситкә сығыуҙы, билдәле урындарға (клуб, күңел асыу урындары) барыуҙы тыя. Шулай уҡ ирке сикләнгән хөкөм ителеүсе, айына дүрт тапҡырға тиклем күҙәтеү алып барыусы махсус дәүләт органдарына барып, теркәлеп торорға тейеш.
– Суд ҡарарын һанға һуҡмай, ирке сикләнгән хөкөм ителеүсе үҫмер күҙәтеү эшен алып барған махсус органдарҙа теркәлеү үтмәһә?
– Был осраҡта хөкөмдән тайпылған енәйәтсе үҫмергә яза суд ҡарарына ярашлы тағы ла ҡатыраҡҡа алмаштырылыуы ихтимал.
– Ниндәй осраҡта бәлиғ булмаған үҫмер яуаплылыҡтан азат ителә?
– Ҙур булмаған йәки уртаса ауырлыҡта енәйәт эшләгән үҫмерҙең, суд тарафынан яуаплылыҡтан азат ителеүе мөмкин. Уға тәрбиәүи тәьҫирҙең мәжбүри саралары ҡулланыла.
– Уртаса ауырлыҡта енәйәт эшләгән үҫмерҙең, суд тарафынан яуаплылыҡтан азат ителеүе мөмкин, әгәр ҙә уны балиғ булмағандар өсөн махсус тәрбиәүи, йәки дауалау-тәрбиәүи учреждениеһына урынлаштырыу язаһын биреп, маҡсатҡа өлгәшеп булһа. Был учреждениела булыу осоро эшләнгән енәйәт өсөн бирелгән язаның иң юғары мөҙҙәтенән (срогынан), артмаҫҡа тейеш.
– Әгәр ҙә бәлиғ булмаған үҫмер холоҡ төҙәтеү саралары ҡулланыуҙа башҡаса мохтажлыҡ кисермәй икән, төҙәлеүҙе тәьмин итеүсе махсус дәүләт органдары һығымтаһы буйынса, срогы сыҡҡанға тиклем, юғарыла күрһәтелгән учреждениела булыу ваҡыты туҡтатылыуы мөмкин. Әгәр ҙә был учреждениела булыу срогы сыҡһа, дөйөм белем алыуҙы, профессиональ әҙерлекте тамамларға кәрәк булған осраҡтарҙа, ваҡытты оҙайтырға рөхсәт ителә.
– Аҡыл кимәле түбән булған үҫмер өсөн ниндәй яза ҡаралған?
– Аҡыл үҫеше яғынан тиҫтерҙәренән артта ҡалған, ҡылған енәйәтенең ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген аңларлыҡ хәлдә булмаған, тип иҫбатланһа – үҫмер енәйәт яуаплылығынан азат ителә.
– Тимәк, эшләгән енәйәтенең ни тиклем ҡурҡыныс икәнлеген аңларлыҡ хәлдә булмаған тигән мотлаҡ шарт булғанда ғына үҫмер енәйәт яуаплылығынан азат ителә?
– Тап шулай. Әгәр ҙә үҫмер эшләгән енәйәтен аңларлыҡ хәлдә булған тигән шик тыуғанда – уға ҡарата психологик, психолог-психиатрик экспертизалар үткәрелә. Хроник, психик ауырыу, ваҡытлыса психикаһы тарҡалыу, аҡыл яғы түбән булыу арҡаһында асыуҙан аҡылын юйған хәл-дә енәйәт эшләгән тип табылһа, уға мәжбүри хәүефһеҙлек һәм дауалау саралары ҡулланыла.
– Марина Юрьевна, журнал уҡыусы балаларға кәрәкле һәм йөкмәткеле хоҡуҡи мәғлүмәт биреүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ауыр һәм яуаплы эшегеҙҙә тик уңыштар юлдаш булһын!
– Рәхмәт! Мин дә, үҙ сиратымда, балаларҙың яҡшы уҡыуын, тәртипле һәм эшһөйәр булып үҫеүҙәрен теләр инем. Аң-белемгә ынтылған, шундай сағыу һәм бай йөкмәткеле “Аманат”ты уҡып үҫкән бала законды боҙоу юлына баҫмаҫ, мин быға ышанам!