+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Ноябрь 2018, 20:18

Арзанға яҙыл да велосипед от!

3 декабрҙән 13-өнә хәтлем "Рәсәй почтаһы" тотош ил буйынса матбуғат баҫмаларына ташлама менән яҙылыу декадаһы ойоштора

Ҡәҙерле дуҫтар!

2019 йылдың беренсе яртыһына "Аманат" журналына яҙылыу өсөн бер айҙан да аҙыраҡ ваҡыт ҡалып бара. Почта бүлексәләренә барыу ваҡытын кисектермәһәгеҙ ине.

"Бөтөн мәктәп менән - "Аманат"ҡа!", "Бөтөн синыф менән - "Аманат"ҡа!" кеүек акцияларҙа ҡатнашырға тәҡдим итәбеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: акцияла ҡатнашҡан мәктәптәргә бүләккә – “Аманат”тың стена сәғәте һәм директорҙарына Маҡтау билдәһе, ә синыфтарға махсус Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһенә йәки яҙылыуҙы ойоштороусы бүтән кешегә Рәхмәт кәлимәһе тапшырыласаҡ.

Журналға яҙылыусылар, редакцияға купондар тултырып ебәреп, ҡиммәтле бүләктәр ота ала. Әлеге ваҡытта һеҙҙе төрлө гаджеттар менән бергә велосипед та көтә!

“Аманат”ҡа яҙылыу 25 декабргә тиклем дауам итә.

Һуңлап ҡалмағыҙ!

Алты айға яҙылыу хаҡы – 338 һум 40 тин, бер йылға – 605 һум 57 тин.


Әйткәндәй, 3 декабрҙән 13-өнә хәтлем "Рәсәй почтаһы" тотош ил буйынса матбуғат баҫмаларына ташлама менән яҙылыу декадаһы ойоштора.

Был мәлдә "Аманат"ҡа 10 процентҡа түбәнерәк хаҡҡа яҙылырға мөмкин.


Читайте нас: