+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
12 Декабрь 2018, 09:36

Афарин, телһөйәрҙәр!

Башҡорт теле көнө уңайынан Һәләтле балаларҙың республика слеты ойошторолдо

11 декабрҙә баш ҡалабыҙҙа, Башҡорт теле көнөнә арнап, Һәләтле балаларҙың республика слеты ойошторолдо. Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты тарафынан үткәрелгән интернет конкурстарында еңгән балалар, шулай уҡ Мәғариф министрлығы саҡырыуы буйынса башҡорт телен өйрәнеүҙә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән уҡыусылар ҡатнашты.

Телһөйәрҙәр байрамына республиканың төрлө төбәгенән конкурстарҙа еңгән 200-ҙән ашыу бала килде. Конгресс-холл ысын мәғәнәһендә умарта күсен хәтерләтә ине! Уҡыусылар интерактив уйындарҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар тапты, студент ағай-апайҙарының кәңәштәрен йотлоғоп тыңланылар. Тәнәфес ваҡытында Конгресс-холлдың байрамса биҙәлгән фойеһында иҫтәлеккә фотоға төшөп тә өлгөрҙө улар.

Слет Башҡорт теле көнөнә һәм Башҡортостан Республикаһының барлыҡҡа килеүенә 100 йыл тулыуға арналған конкурстарҙың еңеүселәрен бүләкләү менән тамамланды.

Афарин, телһөйәрҙәр!


Фоторәсемдәр Ҡоролтай (@ik_vkb) төркөмөнән алынды.
Читайте нас: