+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
14 Декабрь 2018, 12:07

Балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр Мәскәүгә Яңы йыл шыршыһына бара

Тик юғары уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңгән балалар ғына саҡырылған

Башҡортостандың балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе 24 декабрҙә илдең баш ҡалаһы Мәскәүҙә үтәсәк Яңы йыл шыршыһы байрамына саҡырҙылар.

"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, Рәсәй Мәғариф министрлығының етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған 10-14 йәшлек балалар өсөн ойошторған Яңы йыл шыршыһына республиканың 11 балалар йортонан уҡыуҙа, ижади һәм интеллектуаль эшмәкәрлектә юғары уңыштарға өлгәшкән, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңгән 15 тәрбиәләнеүсе саҡырылған. 24 декабрҙә иртән был делегация «Өфө» халыҡ-ара аэропортынан Мәскәүгә оса. Уларҙы «Аквариум» һәм «Арт Мәскәү» ҡунаҡхана комплексына урынлаштыралар.

Сараның программаһы бай һәм ҡыҙыҡлы. Балаларҙы ҡала буйлап экскурсия, «Танышыу кисәһе», яңы йыл дискотекаһы, океанариум көтә. Шулай уҡ улар «Ал сәскә» боҙ шоуын ҡарай һәм яңы балында ҡатнаша.
Читайте нас: