Стәрлетамаҡ транспорт прокуратураһы Таҙлар һәм Төкөн ауылдары араһындағы тимер юлда 16 йәшлек егеттең поездан тапалыуы сәбәптәрен асыҡлай.
12 декабрҙә кис 3018-се йөк поезы юлда китеп барғанда алдына бер кеше килеп сыға. Машинист тормозға баҫа, сигнал ҡысҡырта, әммә фажиғәнән ҡотолоп өлгөрөп булмай.
Әлегә беҙгә поездың тәгәрмәстәре аҫтында ҡалып үлгән 16 йәшлек егеттең Ҡырмыҫҡалы районында йәшәгәне генә билдәле.