+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
16 Декабрь 2018, 14:55

Өс бала янғында һәләк булды...

Туймазы районының Ҡандры ауылында булған һәләкәткә эскелек сәбәпсе

Туймазы районының Ҡандры ауылында сыҡҡан янғын өс баланың ғүмерен өҙҙө. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, әле тәфтишселәр фажиғәнең сәбәптәрен асыҡлау менән мәшғүл. Фаразланыуынса, ут сыҡҡанда 2 һәм 4 йәшлек бәләкәстәр өйҙә үҙҙәре генә булған, әсәйҙәре ҡайҙалыр күңел асып йөрөгән.
Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәләкәт тураһында ишеткәс тә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығы, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәкселәрен Туймазыға ебәрҙе.



Читайте нас: