Дүртөйлө районы биләмәһендә булған юл-транспорт һәләкәте биш кешенең, шул иҫәптән ике баланың, ғүмерен өҙҙө. ЮХХДИ идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Һыуыҡҡул менән Атһөйәр ауылдары араһындағы юлда ВАЗ-21110 һәм ВАЗ-21074 автомобилдәре бер-береһе менән бәрелешкән, аҙаҡ уларға тағы Peugeot Partner килеп төкөгән.
ВАЗ маркалы еңел машиналарҙың икеһенең дә йөрөтөүселәре, шулай уҡ береһенең өс пассажиры – 25 йәшлек ҡатын, 2 айлыҡ малай һәм 7 айлыҡ ҡыҙ – һәләк булған.
Был тәүлектә, ғөмүмән, республика юлдарындағы фажиғәләрҙә 6 кешенең ғүмере өҙөлгән, 13-ө ауыр тән йәрәхәттәре алған.