– Төбәктә власть законға ярашлы һәм демократик шарттарҙа алмашына. Үҙемдән алда эшләгәндәргә хөрмәт белдерәм. Айырыуса – өлкән быуынға. Бөгөн был залда беҙҙең менән Башҡортостандың тәүге Президенты Мортаза Рәхимов та бар. Ауыр, һынылышлы йылдарҙа ул республиканы һаҡлап ҡалды һәм нығытты. Мин уны бик тәрән хөрмәт итәм. Рәхмәт Һеҙгә, Мортаза Ғөбәйҙулла улы, – тине Радий Фәрит улы.