+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Декабрь 2018, 18:31

Дуҫлыҡ монументы аҫтына 140 миллион һум һалғандар!

Был турала тулыраҡ мәғлүмәт Дәүләт һатып алыуҙары сайтында бар...

2019 йылдың декабрендә Өфөләге Дуҫлыҡ монументы янында ер аҫтынан Сочи урамы аша йәйәүлеләр үткәүеле асыласаҡ.

Был тендер тураһында мәғлүмәт Дәүләт һатып алыуҙары сайтында баҫылған. Контракттың иң юғары хаҡы – 140 миллион 599 мең һум, тиелгән унда.

Подрядсыны билдәләү маҡсатындағы аукцион 2019 йылдың 25 ғинуарында булырға тейеш. Тендерҙы отҡан ойошмаға 110 метрлыҡ үткәүел төҙөргә, яҡтыртҡыстар ҡуйырға һәм коммуникацияларҙы күсерергә тура киләсәк. Проектҡа аҡса Өфө ҡалаһы ҡаҙнаһынан алып һалынған.

Читайте нас: