+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
29 Декабрь 2018, 14:57

Ниһайәт, "Урал батыр" йәнһүрәтен күрәсәкбеҙ!

Башҡорт халыҡ эпосы буйынса яңы проекттарға Башҡортостан Башлығы гранты бирелде

«Урал Батыр» эпосы буйынса балалар өсөн комикс һәм йәнһүрәт төшөрөләсәк. Быйыл был проект дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлап ҡалыуға, үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡортостан Башлығы гранттарының береһен алды.

Башҡортостан китапханалары фондтарын яңыртыуға бәйле «Алтын кәштә» проекттары, «Шәғәле Шаҡман юлы», физик мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм инвалидтар өсөн «BashDic» электрон уҡыу ҡулланмаһы, «Йөрәк һүҙе» телевизион минипрограммалар циклы, Башҡорт Автономияһының Беренсе баҫма органының факсимиль баҫмаһы — «Башҡорт» гәзите һәм башҡа проекттар ҙа гранттарға лайыҡ булды.

Грант аҡсаһына шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республиканан ситтә Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәрен, «Арҡаҙаш» ойошмаһы I «Ер һүҙе» халыҡ-ара кинофорумын уҙғара.
Читайте нас: