+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
2 Ғинуар 2019, 23:15

Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай

Бәлә ағас башынан йөрөмәй, кеше башынан йөрөй, тиҙәр. Ә бәләгә тарымаҫ өсөн ни эшләргә һуң?

Моғайын арабыҙҙа ғаилә ағзаларын тәмле-тәмле аштар, торттар бешереп ҡыуандырырға яратҡан ҡыҙҙар ҙа барҙыр. Айырыуса ҡышҡы каникул осоронда - буш ваҡыт күп булған мәлдә "тәмлекәй" хобби менән шөғөлләнәбеҙ, шулаймы?

Ҡыҙ кешенең әсәй-апайҙарға ярҙам итеүен, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫеүен, әлбиттә, хуплайбыҙ, әммә һеҙгә бер ҙур үтенесебеҙҙе еткерәбеҙ: зинһар, газ плитәһе, ут менән һаҡ булығыҙ!

Ике көн элек Магнитогорскиҙа йорт подъезы шартлауының сәбәбе тап шул газ менән дөрөҫ эш итмәүҙә, тип иҫбатланылар. Һаҡланғанды һаҡлармын, тигән Хоҙай. Аш бүлмәһенән сыҡҡан саҡта плитәләрҙе тағы бер тапҡыр тикшереп, һүндереп сығығыҙ, әгәр бүлмәлә еҫ булһа, тәҙрәне аып, елләтеп алығыҙ.

Читайте нас: