+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
10 Ғинуар 2019, 20:58

Салауат Әбүзәрҙең шиғырын "Туҡайҙыҡы" тигәндәр...

Башҡорт шағирының үҙендә был хәлгә ҡарата һис тә үпкә юҡ

"Аманат"тың ғинуар һанында билдәле шағир, прозаик, драматург, журналист Салауат Әбүзәровтың мәктәп йылдары, үҫмер сағы тураһында хәтирәләре донъя күрәсәк. Унда ҡәләм оҫтаһы менән булған төрлө хәлдәр мауыҡтырғыс итеп тасуирлана.

Мәҫәлән, бер ваҡыт улар синыфы менән концерт ҡуйырға булып китәләр. Уҡытыусыһы: “Бейергә тиһәң – аяғың ағас һымаҡ, йырларға тиһәң – моңоң юҡ. Мә, Туҡайҙың шиғырын ятла”, – тип, “Һыу инәһе” тигән шиғыр тоттора Салауатҡа. Дәрестәр тамамланғас, малайҙар менән уйнап йөрөгәндә теге ҡағыҙ киҫәге юғала ла ҡуя. Ни эшләргә? Шиғырҙы бер ҡайҙан да таба алмай малай. Аптырағас, үҙе яҙырға була. Бына ул шиғыр:


(Бер ауыл ҡарты ауыҙынан)

Йылға яры. Мин – көтөүсе.

Күктә ҡояш ҡыҙҙыра.

Ғашиҡ булған егет кеүек

Һандуғастар һыҙғыра.

Бер мәлде һыуға төшөргә

Торғанда, ҡаттым ҡарап:

Күл ситендә ултыра ҡыҙ,

Туҙынған сәсен тарап.

Ул алтын кеүек сәсенән

Көмөш көҙгө-быуаға

Сөбөр-сөбөр, сөбөр-сөбөр

Һыу аға ла, һыу аға.

Нәфсе тигән нәмә бар шул:

Эх, ҡараҡ булһаң ине;

Йә булмаһа, ҡулындағы

Шул тараҡ булһаң ине…

Оҙаҡ уйлап тормай, малай,

Арттан бар ҙа ҡосаҡла...

Талдар араһынан егет

Килеп сыҡты… Шул саҡта…

Нимә менән бөткәнлеген

Һөйләп тороу артыҡтыр.

Бирешмәҫ тә инем былай,

Ни әйтәһең, ҡартлыҡтыр.

Тик һуңынан, ҡарсыҡ белеп,

Әрләне лә, әрләне…

Йылға буйына башҡаса

Бер тапҡыр ебәрмәне.

Шунан башлап, ундай эште

Бөтөнләйгә ташланым:

Эйәһеҙ, тип, ҡыҙ-ҡырҡынға

Бүтән теймәй башланым.

Шиғыр һөйләнеп бөткәс, сәхнәгә синыф етәксеһе күтәрелә. “Мин Туҡайҙың ижады менән яҡшы таныш. Бына, Салауат әле генә уның “Һыу инәһе” тигән шиғырын матур итеп уҡыны. Маладис!” – тигән була...

Иҫтәлектәрҙе уҡып, шулай уҡ Салауат Әбүзәрҙең яҙмышына елдең нисек йоғонто яһағанын белерһегеҙ. Мөғжизә лә, мәҙәк тә!
Читайте нас: