+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
15 Ғинуар 2019, 23:18

"Аманат" - беренсе урында!

"Аманат" журналы "Республика гәзит һәм журналдарында террорға ҡаршы йүнәлтелгән темаларҙы яҡтыртыуҙа иң яҡшыһы" номинацияһында беренсе урын яуланы!

Журналыбыҙ Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм Журналистар Союзы ойошторған "Террорға ҡаршы көрәш проблематикаһына арналған журналистик эштәр конкурсы"нда "Республика гәзит һәм журналдарында террорға ҡаршы йүнәлтелгән темаларҙы яҡтыртыуҙа иң яҡшыһы" номинацияһы буйынса беренсе урын яуланы!

Был еңеүебеҙ ошо йылда беренсе баҫҡыс булыр, киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ үрҙәргә артылырбыҙ, тип ышанабыҙ.
Читайте нас: