+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Ғинуар 2019, 15:13

Сибайҙа балаларға урамға сығыу тыйылған

Сибай ҡалаһында балаларға урамға сығыу тыйылған, өлкәндәргә өйҙән сыҡҡанда респиратор кейеп сығырға кәңәш ителә.

Сибай ҡалаһындағы ташландыҡ карьерҙа мәғдән төтәп яныу сәбәпле, һауа ағыулы матдәләр менән бысранған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта һауалағы ағыулы газ (көкөрт диоксиды) норманан 3,6 тапҡырға юғары. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибайҙағы был ғәҙәттән тыш хәлде яңы йылға тиклем үк хәл итеп ҡуйырға ҡушҡайны. Република етәксеһен ғәжәпкә ҡалдырғаны - ул килеүгә тиклем ҡала хаҡимиәтенең түҙеп торғоһоҙ ағыулы еҫкә иғтибар итмәүе, халыҡтың зарын ҡолаҡҡа элмәүе булғайны. Ә бит унда мәктәп балалары ла зыян күрә!
Ҡала халҡы ла социаль селтәрҙәрҙә ҡуйы монар фотоһүрәттәрен һала. Ә экологтар Сибайҙа һауаның таҙалығын махсус приборҙар менән тикшереп ҡарағас, токсик матдәләрҙең 4 %-тан артмауы тураһында хәбәр иткәйне. 187 тикшереүҙең 6-һы ғына атмосфераның бысрауы тураһында ыңғай күрһәтмә биргән, тимәк, халыҡ алдай булып сыға? Йүткереү менән поликлиникаға килгән балаларҙың ҡайһы берәүҙәренә пневмония диагнозы ҡуйылған. Әммә-ата-әсәләр һыуыҡ тейеүҙең бында бер ниндәй ҙә ҡыҫылышы юҡ, был – ҡуйы монарҙың эҙемтәһе, ти. Әлеге ваҡытта Сибайға республика медицина ойошмалары белгестәре: токсиколог, лор, офтальмолог, пульмонолог, педиатр, аллергологтар ебәрелде. Балаларға урамға сығыу, балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә саф һауаға сығыу, урамда дәрестәр үткәреү тыйылған, өлкәндәргә өйҙән сыҡҡанда респиратор кейеп сығырға кәңәш ителә. Был турала ҡала хакимиәтендә уҙғарылған кәңәшмәлә мэр Рөстәм Афзалов белдерҙе.
Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалының техник директоры Ринат Хажиев халыҡҡа “Сибайҙа һауа 1 февралгә таҙарасаҡ” – тип вәғәҙә бирҙе.
Читайте нас: