+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
18 Ғинуар 2019, 17:30

Сибайҙан 500 баланы Ҡырымға саҡыралар

«Дуҫлыҡ ауыр минуттарҙа һынала», — тине Радий Хәбиров

Сибайҙан 500 бала Ҡырым Республикаһы шифаханаларына ял итергә һәм һаулығын нығытырға барасаҡ. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был турала Ҡырымдың рәсми делегацияһы менән осрашыу барышында белдерҙе. Баҡһаң, Ҡырым башлығы Сергей Аксенов, Көньяҡ Уралдағы ҡалала ҡатмарлы экологик хәл тураһында белгәс, Сибай балаларын Ҡырымға һауыҡтырырға алып барырға тәҡдим иткән. «Дуҫлыҡ ауыр минуттарҙа һынала. Ошо мөмкинлек өсөн ҙур рәхмәт әйткем килә», — тине Радий Хәбиров.

Сергей Аксенов яуап һүҙендә балаларға Ҡырымдың оҡшаясағын һәм Башҡортостанда йәшәүселәрҙең һәммәһе лә уларҙа үҙҙәрен өйҙәге кеүек хис итә алыуын билдәләне.

– Беҙ Ҡырым Республикаһы шифаханаларында Башҡортостандан 500 баланы ҡабул итергә әҙер. Ҡырым — ошо йәһәттән үҙенсәлекле төбәк. Беҙҙә йылдың теләһә ҡайһы миҙгелендә балаларҙы ла, өлкәндәрҙе лә ҡабул итеү мөмкинлеге бар. Балалар яҡшы тәьҫораттар алыр, тип ышанам. Ә Сибайҙағы ауыр мәсьәлә һеҙҙең ныҡышмалылыҡ менән хәл ителер, тип уйлайым. Барыбер еңеп сығырбыҙ. Ҡырымдың Армянск, Керчь ҡалаларында ла ҡатмарлы хәлдәр булды. Ҙур рәхмәт! Ысынында, һеҙ беҙгә йыуаныс һүҙҙәрен генә әйтмәнегеҙ. Һеҙ эшегеҙ менән дә ысын дуҫтар һәм партнёрҙар икәнлегегеҙҙе күрһәттегеҙ. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса ла Башҡортостан яғынан даими ярҙам тоябыҙ, республика Белогорск районына ныҡ булышлыҡ итә, Хөкүмәт беҙгә методик ярҙам күрһәтә. Ошондай берлектәге эш — Рәсәйҙең бөтә төбәктәренең уңыш нигеҙе ул, — тине Сергей Аксенов.
Читайте нас: