-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Ғинуар 2019, 18:15

«Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» хәйриә проекты башлана

Республиканың 100 йыллыҡ юбилейы йылында Башҡортостанда «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» тигән яңы хәйриә проекты башлана. Проект картаһындағы беренсе ҡала – Благовещен. 30 ғинуарҙа Благовещен сәнғәт мәктәбендә һәм Үҙәк район дауаханаһында тәүге концерттар уҙа.

Проектты ойоштороусы – Владимир Спиваковтың Башҡортостан Республикаһында йәштәрҙең һәләтен һәм һөнәри оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеү хәйриә фонды.

«Проекттың идеяһы шундай: йыл буйына йәш музыканттар республика балалар йорттарында һәм дауаханаларында, мәҙәниәт һарайҙарында һәм концерт залдарында сығыш яһай, ә билдәле педагогтар оҫталыҡ дәрестәрен бирә, – ти фонд директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Нәзиуллин. – Беҙҙең проект ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға, инвалидтарға, етемдәргә, шулай уҡ музыка һәм художестволы сәнғәт менән шөғөлләнгән балаларға ярҙам ҡулы һуҙыуға, республика ҡала-райондарында ижад өсөн уңайлы мөхит булдырыуға йүнәлтелгән».

Благовещендағы концерттарҙа туғыҙ һәләтле бала һәм дүрт уҡытыусы ҡатнаша. Балалар республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстары лауреаттары исеменә лайыҡ. Улар – Урта махсус музыка колледжы, Өфө балалар сәнғәт мәктәбе һәм Өфө сәнғәт училищеһы уҡыусылары. Виолончелдә уйнаусылар Нелли Петровская һәм Яна Штин, пианистка Анна Вәлиева, скрипкасылар Карина Ғилманова һәм Валерия Самыкина, флейтасы Александр Зайцев, вокалистар Лилиә Гәрәева һәм Иштуған Сәйетҡолов, думбырасы Самира Заһиҙуллина. Уларҙың өсәүһе – Спиваков фонды стипендиаттары.

Балалар Й. Гайдн, Ф.Э. Бах, Н. Паганини, А. Гурилев, П. Чайковский, Э. Шнайдер, Д. Шостакович, А. Бабаджанян, Р. Хәсәнов әҫәрҙәрен уйнай.

Февралдә концерттар һәм оҫталыҡ дәрестәре Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат һәм Ишембай ҡалаларында уҙа. Бер йылда проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың 20-нән ашыу ҡала-районында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Магнитогорск һәм Татарстан Республикаһының Әлмәт ҡалаларында сығыш яһарға йыйына. Проект Өфөлә сағыу гала-концерт менән тамамлана.

Барлыҡ сараларҙа ҡатнашыу һәм уларҙы ҡарау бушлай. «Балалар – балаларға: йөрәктәребеҙ моңо» Рәсәй Президенты грантына тормошҡа ашырыла.