“Был үҙәктә балаларға һаулыҡты нығытыу өсөн бөтөн мөмкинлектәр бар: асыҡ һауала йөрөйөм тиһәң - эргәлә генә парк, ҡул һуҙымы ғына ерҙә республика балалар дауаханаһы, перинаталь үҙәк, 22-се һанлы дауахана һәм башҡа медицина учреждениелары урынлашҡан. Яҡын киләсәктә бында 100 стационар урын, тағы ла 20 урынлыҡ бәләкәй ҡунаҡхана ҡаралған. Бынан тыш көндөҙ реабилетация үҙәгенә 250 бала килеп, һаулығын нығыта ала, - ти республика Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова. – Был эш өс этаптан торасаҡ. Тәүҙә бинаға капиталь ремонт эшләргә кәрәк, шул саҡта балалар әҙләп булһа ла килеп, төрлө медицина ярҙамы ала башлаясаҡ. Киләһе йылда стационар бүлекте яйға һалғанда, аҙаҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы уҡытыу үҙәген төҙөү планға индерелгән.”