+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
28 Ғинуар 2019, 15:55

Телефонлы ла, танытмалы ла, сәғәтле лә булды салауаттар!

Салауат районындағы эш сәфәребеҙ мәлендә журналыбыҙ исеменән Малаяҙҙарҙы һәм Әлкәләрҙе ҡыуандырып ҡайттыҡ әле. Ниндәй һөйөнөс тиһегеҙме: редакциябыҙ менән дуҫ-татыу булған үҙҙәре тырыш, үҙҙәре аҡыллы, үҙҙәре һылыу ҡыҙҙарыбыҙҙы бүләкләнек!

Шуларҙың береһе – Малаяҙҙағы 1-cе мәктәптең 5-cе синыфы уҡыусыһы Алина Шәйәхмәтова “Яҙыл да бүләк от!” уйынында ҡатнашып, смартфон телефон отоп шатланды. Унан тыш, “Мин донъяны һүрәтләйем” һүрәттәр конкурсында ла еңеүсе ине ул. Алинаға журналыбыҙҙың Маҡтау билдәләрен һәм бүләген тантаналы линейкала тапшырып киттек.

Артабан Әлкә һылыуы – Наҙгөл Шәмсетдиноваға “Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе тигән танытмаһын тапшырырға юлландыҡ. Әйткәндәй, уның бер туған ағаһы Алмас та беҙҙең элекке йәш хәбәрсебеҙ. Наҙгөлгә шулай уҡ “Оҫтахана”ла еңеү яулағаны өсөн “Аманат”тың фирма сәғәте һәм “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсының да Маҡтау билдәһе

тапшырылды.

Афарин, ҡыҙҙар-йондоҙҙар! Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ үрҙәр яуларға насип булһын!
Читайте нас: