+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
27 Февраль 2019, 12:39

БДИ – 2019. Уҡыусыларҙы ниндәй яңылыҡтар көтә?

Республика мәктәптәрендә сығарылыш синыфтары өсөн бик яуаплы осор бара.

Республика мәктәптәрендә сығарылыш синыфтары өсөн бик яуаплы осор бара. Хәйер, имтихандарҙы уңышлы тапшырыуҙы хәстәрләү уҡыу йылының беренсе көнөнән үк башланғайны. Шулай ҙа Ә кемдең ниндәй фәндән БДИ тапшырасағы тураһындағы ғариза февралдең беренә тиклем ҡабул ителә.
Туплаған белемде нығытыу, көстәрҙе самалап ҡарау өсөн ойошторолған һынау имтихандары ла артта ҡалды. Уңыштар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, декабрь башында булып үткән йомғаҡлау иншаһын республика уҡыусыларының 99,4 проценты уңышлы яҙған. Был һынауҙы уңышлы үткән уҡыусылар берҙәм дәүләт имтиханына инеү хоҡуғын алды. Әммә уны үтә алмаусылар ҙа бар: 113 бала “незачет” билдәһе алған, 117-е имтиханға килмәгән.
Был мотлаҡ һынауҙы республиканың 879 мәктәбендә 18 мең ярымдан ашыу ун беренсе класс уҡыусыһы тапшырҙы. Уларҙың араһында 407 бала ижади эште изложение формаһында яҙған.
Эксперттар иншаны баһалағанда тәү сиратта уның күләме һәм үҙаллы яҙыу талаптарын үтәү, һайлаған теманы асыу, фекерҙе раҫлай һәм әҙәби материалды нигеҙле йәлеп итә белеүҙе иҫәпкә алды.
Йомғаҡлау иншаһының һөҙөмтәһе юғары уҡыу йорттарына ҡабул ителгәндә лә ҙур роль уйнай. Эште башҡара алмағандар киләһе йылдың 6 февралендә йәки 8 майында уны ҡабаттан яҙа ала.
Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығының сайтында БДИ тапшырыу ваҡыты тураһында проект донъя күрҙе. Ул былтырғынан әллә ни айырылмай. БДИ, ғәҙәттәгесә, төп һынау ваҡытына тиклем (20 марттан 10 апрелгә тиклем), төп ваҡытта (27 майҙан 1 июлгә тиклем) һәм резевр көндәрҙә үткәреләсәк.
Төп этапта БДИ тапшырыу теҙмәһе:
27 май – география, әҙәбиәт,
29 май – математика ( база, профиль),
31 май – тарих, физика,
3 июнь – рус теле,
5 июнь – сит телдәр (яҙма имтихан), химия,
7 июнь – сит телдәр (телдән),
8 июнь – сит телдәр (телдән),
10 июнь – йәмғиәтте өйрәнеү,
13 июнь – биология, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар.
Резерв көндәрҙә БДИ тапшырыу теҙмәһе:
17 июнь – география, әҙәбиәт,
18 июнь – тарих, физика,
20 июнь – биология, химия, информатика һәм мәғлүмәти-коммуникатив технологиялар,
24 июнь – математика (база, профиль),
26 июнь – рус теле,
27 июнь – сит телдәр ( телдән),
28 июнь – йәмғиәтте өйрәнеү, сит телдәр (яҙма имтихан),
1 июль – бөтә фәндәрҙән дә.
Әйткәндәй, 2018-2019 уҡыу йылында БДИ һәм ТДИ тапшырыусылар өсөн яңы үҙгәрештәр индерелде.
Башҡортостандың мәғариф тармағында контроль һәм күҙәтеү буйынса идаралығы хәбәр итеүенсә, быйылғы уҡыу йылында туғыҙынсы һәм ун беренсе синыф уҡыусылары имтихандарҙы тапшырыр алдынан тағы бер һынау аша үтергә тура киләсәк.
Мәҫәлән, туғыҙынсы синыф уҡыусылары рус теле буйынса төп дәүләт имтиханына рөхсәт алыу өсөн ошо фән буйынса телдән әңгәмә үтергә бурыслы буласаҡ. Әңгәмә февралдең икенсе шаршамбыһына йәғни 12-се көнөнә тура килә. Әгәр уҡыусы берәй сәбәп арҡаһында һынауҙы үтеп өлгөрмәһә, 13 мартта, йәки 6 майҙа үтә ала.
Ун беренсе синыф уҡыусылары өсөн дә БДИ тапшырыуҙа үҙгәрештәр буласаҡ. Теләк буйынса ҡытай теленән имтихан тапшыра ала, ә информатика фәненән имтихан эше элек ҡағыҙҙа ғына тултырылһа, быйыл компьютерҙа эшләү мөмкинлеге була.
БДИ тапшырыуҙа индерелгән яңылыҡтар математика фәнен дә урап үтмәгән. Уҡыусыларға был фәнде профилле йәки база кимәлендә һайлау мөмкинлеге тыуҙы. Имтихан һөҙөмтәләре насар булған осраҡта уҡыусы еңелерәк кимәлде һайлап, өҫтәмә көндәрҙә ҡабаттан тапшыра ала. Мәктәпте былтыр, йәки унан алдағы йылдарҙа тамамлағандар өсөн бындай һайлау мөмкинлеге булмай.
Шулай уҡ имтихандарҙы тапшырыу сроктары ла билдәләнгән: алдан тапшырыу, ваҡытында һәм өҫтәмә ваҡытта (сентябрҙә). Сентябрь айында тапшырыу өсөн ғаризаны имтиханға тиклем ике аҙна алдан яҙырға кәрәк буласаҡ.

Миләүшә БАЙЙЕГЕТОВА әҙерләне.

Читайте нас: