-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
9 Май 2019, 17:48

“Үлемһеҙ полк” атлай Ер йөҙөнән

Өфөлә үткән Еңеү байрамына арналған сараларҙың иң тулҡынландырғыс өлөшө “Үлемһеҙ полк” Дөйөм Рәсәй гражданлыҡ-патриотик акцияһы булғандыр.

Ул йылдағыса меңдәрсә кешене берләштерҙе. Изге йолаға әйләнә барған “Үлемһеҙ полк” акцияһына йылдан-йыл күберәк илдәр һәм дәүләттәр ҡушыла.


Полктың иң алдынан торна тубы рәүешендә өсмөйөш яһап, ап-аҡ кейемдәге балалар үтте. Улар һуғыш арҡаһында ғүмере өҙөлгән кескәй йәндәрҙе һынландырҙы. Ә ҡулдарына яугир ата-олатайҙарының фоторәсемен тотҡан халыҡ ағылды ла ағылды. Улар араһында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән уның тормош юлдашы Каринэ ханым да бар ине.


Тигеҙ сафтар булып министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре, предприятие һәм ойошмалар хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм мәктәп уҡыусылар атланы. Был күренештән берсә тән зымбырланы, берсә күҙгә йәш төйөлдө. Һуғыштың бөтә аяуһыҙлығын, тыныслыҡтың күпме ҡорбандар биреп яуланған оло бәхет булыуын өнһөҙ генә һөйләгән акцияла ҡатнашыусылар һаны йылдан-йыл арта бара, был сара Рәсәй халҡының берҙәмлеге символына әйләнде, тиһәк тә хата булмаҫ.



А. Нурмөхәмәтов фотоһы.

Автор: Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА
Читайте нас: