+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
13 Май 2019, 20:11

Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы донъя күрҙе

Ҡаҙағстанда башҡорт яҙыусыһы Айгиз Баймөхәмәтовтың китабы донъя күрҙе.

«Ертегісіз өткен балалық» («Әкиәтһеҙ бала саҡ») исемле китап «Самга» нәшриәтендә 2000 данала баҫылып сыҡты.
Әҫәрҙе ҡаҙаҡ теленә шағир, Ҡаҙағстандың «Серпер» йәштәр премияһы лауреаты, «Молдер булак» журналының баш мөхәррире Саят Камшыгер тәржемә иткән. Был – башҡорт яҙыусыһының Ҡаҙағстанда донъя күргән өсөнсө китабы.
Читайте нас: