Был сараны БР-ың мәғариф министырлығы, Башҡорт Дәүләт университеты, Башҡорт Дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса фонд ойошторҙо.
Тексты Рәсәйҙең Халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премия лауреты Хөрмәтулла Ғәззәли улы Үтәшев уҡыны. Барыһы диктант яҙыуҙа 27 кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың береһе: "Һуңғы тапҡыр диктантты 46 йыл элек яҙҙым" тип әйтте. Тимәк, сара сит яҡта йәшәгән башҡорттар өсөн дә әһәмиәтле һәм кәрәкле булыуы билдәләнде.
"Ағыла ҡурай моңо" исемле текст башҡорт телен яҡшы кимәлдә белеүселәр өсөн үтте. Бөтә ҡатнашыусыларҙың да белемдәренә килешле баһа ҡуйылды.