-18 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
19 Май 2019, 23:48

Владимир Путин: "Ғалимдар ситкә китмәһен"

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, дәүләт етәксеһе Владимир Путин ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн мегагрант алғандар һәм йәш ғалимдар менән осрашҡайны.

Һөйләшеүҙә ул белгестәрҙең Рәсәйҙә эшләүе өсөн бөтөн шарттарҙы булдырырға саҡырҙы.


“Илебеҙ ғалимдарының ситкә китеү осраҡтары, эйе, булды, әле лә бар. Беҙгә ошо хәлде яйға һалыу мөһим. Хеҙмәт кешеһе үҙенең туған теле, мәҙәниәте мөхитендә йәшәргә, бөтөн донъялағы коллегалары менән үҙ еренән тороп аралашырға, Ватаны мәнфәғәтен ҡайғыртырға тейеш. Беҙ уға ошондай шарт булдырырға бурыслыбыҙ”, – тине Владимир Путин.



Автор: И. ҠОРМАНОВА.