-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
21 Май 2019, 12:23

Владимир Путин: “Дәреслектәр бушлай булырға тейеш”

Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Сочиҙа үткән медиафорумында Владимир Путин, мәктәптә дәреслектәр менән тәьмин итеүҙә мутлашыуҙар булмаҫҡа тейеш, тип белдерҙе.

“Дәреслектәр һәм эш дәфтәрҙәре – икеһе ике нәмә. Законға ярашлы, мәктәптә уҡыған осорҙа дәреслектәр менән бушлай тәьмин итеү ҡарала. Йәғни улар ваҡытлыса бирелә, һуңынан икенсе уҡыусыға тапшырыла. Ошо залда ултырған, беҙҙең арала булмаған, урындарҙа эшләгән коллегаларымдан шуны үтенәм: был мәсьәләне контролгә алырға, ошо өлкәгә иғтибарҙы көсәйтергә кәрәк”, – тигән өҙөмтә килтерә “РИА Новости” ил етәксеһенең сығышынан.


Фото: Obozrevatel.com.


#ВладимирПутин


Автор: Лилиә Дәүләтбәкова