-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
23 Май 2019, 12:43

“Аманат”тың һабанай һанында: Рәшиҙә Туйсинаны кем урларға маташҡан?

Журналыбыҙҙың һабанай һаны ла бына-бына донъя күрә. Был һанда ла ҡыҙыҡлы мәҡәләләр, интервьюлар күп.

Дуҫтар! Ә һеҙ “Аманат”тың һабанай һанын көтәһегеҙме? Ныҡ-ныҡ итепме? Улайһа, яңы һан менән таныштырыуҙы башлайыҡ. Бер, ике, өс!
Әлбиттә, был һанда ла конкурстарға ебәрелгән ижад емештәре күҙ уңынан ситтә ҡалманы. Тәүге биттәрҙә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 тулыуға арналған “Башҡортостан беҙҙән башлана” шиғриәт бәйгеһенә ебәрелгән матур-матур шиғырҙар донъя күрһә, “Ижад ҡомары”нда журналдың йәш хәбәрсеһе Сөмбөл Йосопованың “Һыйыр ҡолоно” хикәйәһе баҫылды.
“Билдәле шәхестәрҙең бала сағы” рубрикаһында Зөбәржәт апайығыҙ танылған бейеүсе Рәшиҙә Туйсинаның бала саҡ хәтирәләрен аҡ ҡағыҙға төшөргән. “Заһиҙә” бейеүенең килеп сығыу тарихы, Рәшиҙә Туйсинаның нисек итеп вертолетта Баймаҡтан Өфөгә осоп килеүе, ауыл егеттәренең ҡыҙҙы урларға маташыуы тураһында ошо һанда уҡырһығыҙ.
Ә һеҙ бер юлы ике Советтар Союзы геройын биргән башҡорт ауылы тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Муса Гәрәев һәм Ғәфиәтулла Арыҫлановтың тыуған ауылы – Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы ул. Тарихсы Азат Юлан “Башҡорт тарихы” рубрикаһында Кинйәабыҙҙың данлыҡлы кешеләре, тарихы менән таныштыра.
Иң йәш хәрби осоусы тураһында Илшат ағайығыҙ “Аманат” энциклопедияһы”нда яҙған. 14 йәшлек кенә егеттең (малай тиһәк, геройҙың рухы үпкәләр ул) – Аркадий Каманиндың батырлыҡтары беребеҙҙе лә битараф ҡапдырмаҫ.
Алдағы һандарҙа сыҡҡан Ғарифулла Япаровтың “Баласаҡ иле” хикәйәләр шәлкеме һеҙгә бик тә оҡшағандыр, тип уйлайбыҙ. Был һанда малайҙарҙың нисек итеп “Тарзан уйыны”н уйнауҙары, һыуҙа шайтан тотоуҙары, Ғәлимдең нисек итеп атаһын төп башына ултыртыуы һәм башҡа шуҡлыҡтары тураһында уҡырһығыҙ.
“Аманат”тың тышлығында йылмайып тороусы егетте ул үҙе уҡыған гимназияла белмәгән уҡыусы юҡтыр. Уның исеме – Ғәзинур, Рәми Ғарипов исемендәге Башҡорт гимназия-интернатының президенты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы степиндиаты! Президент менән әңгәмә журналдың 14-се битендә урынлашҡан.
Йәйге каникул осоронда аҡса эшләгегеҙ киләме? Ә нисек итеп? Был турала Миләүшә Баййегетованың “Йәй көнө балалар эшкә урынлаша аламы?” тигән мәҡәләһендә белерһегеҙ.
Ә велосипедта йөрөгәндә ниндәй юл ҡағиҙәләрен белергә кәрәклеге тураһында Рәзил Бикбулатов ағайығыҙ өйрәтә. Каникулығыҙ күңелле һәм хәүефһеҙ үтһен, ти ул!
Кем белә: нимә ул ташбаш? Моғайын, егеттәр был һорауға дөрөҫ яуап таба алыр. Ә кем белмәй – уларға Солтан Шәриповтың “Балыҡсы мәктәбе” рубрикаһындағы мәҡәләһе ярҙамға килер.
“Аманат”тың һабанай һаны менән танышыуҙы ошо урында йомғаҡлап торайыҡ. Журналға яҙылып өлгөрмәгәндәр иғтибарына: һеҙ 26 майға тиклем Рәсәй почтаһы аша арзан хаҡҡа - 300 һум 96 тингә (ярты йылға) яҙыла алаһығыҙ. Беҙҙең индекс - П2706. 27 майҙан уның хаҡы 340 һум 08 тин буласаҡ.
Квитанция менән купондарығыҙҙы беҙгә ебәрергә онотмағыҙ! Һеҙҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә!
Читайте нас: