Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелинһүҙҙәренсә, бәлиғ булмағандарҙың инвалидлыҡ сирҙәре араһында тыумыштан аномалиялар, нервы системаһы ауырыуҙары, психик ҡаҡшау, эндокрин системаһы сирҙәре күберәк.
Чиновник «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте» кәңәшмәһендәге докладында ҡыҙҙарҙың 61,1% һәм малайҙарҙың 38,9% беренсел инвалидлыҡ теркәлеүен дә билдәләне.
«Һаулыҡ һаҡлау министрлығында балалар үлеме осраҡтарын асыҡлау өсөн махсус комиссия ойошторолған, — тине Забелин. — Эш 17 йәшкә тиклем биш этапҡа бүленгән».
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, республикала сабыйҙарҙың үлеме артҡан – 1000 сабыйға 6,6 бала. Артымды тәү сиратта тыуым кимәленең кәмеүе һәм үлемдең тыуымдан юғары булыуы менән бәйләйҙәр.
Шуны билдәләп үтәйек: «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектында «Балалар һаулығын үҫтереү» федераль проекты бар. 2024 йылға тиклем төбәктәр балаларға медицина яраҙмы күрһәткәндә уңайлы шарттар булдырырға, сабыйҙар үлемен 4,7-гә тиклем (100 иҫән-һау тыуған балаға) кәметергә тейеш.