+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғлүмәт
24 Май 2019, 00:54

Башҡорт теленән диктантты 19 мең самаһы кеше «бишле»гә яҙған

Диктант яҙыусыларҙың бишәүһе "Аманат" журналына электрон подписка менән бүләкләнде.

Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ ярты йыл буйына "Аманат" журналын уҡый ала. Улар: Рәсүл Басыр, Вадим Үзбәков, Фәридә Айытбаева, Рәүдәт Күлманбәтов һәм Альбина Азабаева. Ҡотлайбыҙ!
Башҡорт теленән бишенсе юбилейлы диктантты 19 мең самаһы кеше «5»-гә яҙған. Халыҡ-ара акция 18 майҙа уҙҙы. Быйыл диктантты 1179 майҙансыҡта 69 524 кеше яҙған.
Башҡортостанда акцияла 59 526 кеше, күрше төбәктәрҙә — 927, сит илдәрҙә 112 кеше ҡатнашҡан.
Диктантты тотош республикала, шулай уҡ Санкт-Петербургта, Ленинград өлкәһендә, Силәбелә һәм Силәбе өлкәһендә, Ҡазанда, Пермдә, Мәскәүҙә, Һамарҙа һәм Свердловск өлкәһендә, Ханты-Манси автономиялы округында, Ырымбур өлкәһендә, Краснодар, Алтай, Приморье крайҙарында, Яҡутстанда, Һарытауҙа, Ямал-Ненец автономиялы округында, Ҡурған өлкәһендә, Курил утрауҙарында, Мурманск өлкәһендә, Владимирҙа, Сахалин өлкәһендә яҙҙылар. Сит илдәрҙә 16 майҙансыҡ ойошторолдо — Канадала (Оттава,Торонто, Монреаль), АҠШ-та, Төркиәлә (Истанбул, Анталия), Германияла, Ҡытайҙа (Пекин), Ҡаҙағстанда, Бөйөк Британияла (Кардиф), Швейцарияла, Чехословакияла, Францияла, Швецияла, Испанияла.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, 18 771 кеше – «бишле»гә (27%), 27 114-е – «дүртле»гә (39% ), 23 638-е «өслө»гә (34%) яҙған.
Сағыштырыу өсөн: уҙған йылда башҡорт теленән диктантта ҡатнашыусылар күпкә аҙыраҡ ине — 12 мең кеше.
Диктанттың маҡсаты — башҡорт телен популярлаштырыу, йәмәғәтселек иғтибарын грамоталылыҡ мәсьәләһенә йәлеп итеү, грамоталылыҡты арттырыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыу. Ойоштороусы – Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау буйынса фонд.
Читайте нас: